Сода менән дауаланыу
Уҡыу көйләүҙәре
Аш содаһы менән төрлө ауырыуҙан дауаланып була.
- Һөттә иретелгән соданың тәме һәр кемгә бала саҡтан таныш. Әлегәсә ул иң яҡшы йүтәлде йомшартыу сараһы булып тора. Табиптар төнгөлөккә бер балғалаҡ соданы ҡайнар һөт менән иҙеп эсергә тәҡдим итә.
- Кемдәр һөт эсергә яратмай, уларға сода иретмәһе менән инегаляция эшләргә мөмкин. Бының өсөн бер литр ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ сода алына.
- Тамаҡ ауыртыуынан аш содаһы иретмәһе менән сайҡатыуҙан да яҡшы дауа юҡ. Бының өсөн бер стакан йылы һыуға ике балғалаҡ аш содаһы һалып, тамаҡты көнөнә биш–алты тапҡыр сайҡатырға кәрәк. Сода тамаҡтың лайлалы ҡатламын еүешләп, ауыртыуын баҫа.
- Танауға сода иретмәһе тамыҙыу тымауҙан ярҙам итә. Унан ныҡ итеп шыйыҡлыҡ аҡҡанда тамыҙғыс ярҙамында бер нисә тамсы сода иртемәһе тамыҙып, бер минуттан яҡшылап таҙартып алырға мөмкин. Был процедураны көнөнә ике-өс тапҡыр ҡабатларға.
- Конъюктивиттан күҙҙе бер нисә тапҡыр сода иретмәһе менән сайҡатыу ярҙам итә. Тик мамыҡ киҫәге менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға ярай.
- Ашҡаҙан, бөйән сей яраһы ауырыуы менән яфаланыусылар йыш ҡына ауыртыуҙы, үҙәк көйөүен баҫыу өсөн соданы файҙалана. Ул ашҡаҙандағы әселекте кәметә һәм бер нисә минутта ауырыуға еңеллек килтерә. Шуға күрә лә ул бик оҙаҡ йылдар сей яра ауырыуҙарынан төп дауа һаналған. Әммә уны йыш ҡулланыу кире һөҙөмтә биреүе лә ихтимал: кислота бүленеп сығыу көсәйә. Бынан тыш, кислота сода менән ҡушылғанда, углекислый газ бүленеп сыға һәм ул былай ҙа йоҡарған ашҡаҙан стенкаһына зыян килтерә. Һөҙөмтәлә сей яраның тишелеүе ихтимал. Шуға күрә ҡул аҫтында башҡа дарыуҙар булмағанда ғына соданы ҡулланырға ярай.
- Элек-электән медицинала сода йөрәк тибешенә ҡаршы файҙаланылған. Йөрәк тибеше өйәнәген ярты балғалаҡ сода менән туҡтатырға мөмкин.
- Сода гипертониянан да ярҙам итә. Организмдан шыйыҡлыҡты һәм тоҙҙо күпләп сығарыуға булышлыҡ итеүе менән ҡан баҫымын төшөрә. Ярты балғалаҡ соданы дарыу менән ҡушып эсеү, уның миҡдарын кәметергә ярҙам итә.
- Сода транспортта күңел болғаныуҙан да ярҙам итә. Иң мөһиме – юлға үҙең менән сода онтағы алырға онотмау.
- Кислота менән янғанда тиҙ генә соданың файҙаһы тейә. Тиҙ генә иретмәһен ҡулланғанда, кислотаны нейтралләштерә.
- Сода – ауыр йәрәхәттәрҙән, күп ҡан юғалтыуҙан, ағыуланыуҙан туҡтауһыҙ ҡоҫтороуҙан һәм эс китеүҙән, оҙайлы биҙгәк тотоуҙан тәүге ярҙам күрһәтеү сараһы. Шыйыҡлыҡ юғалтыуҙан һаҡланыу өсөн, сода-тоҙ иртемәһен әҙерләп эсергә кәңәш ителә. Уны ң өсөн ярты балғалаҡ сода менән бер балғалаҡ тоҙҙо ҡайнатып бер аҙ һыуынған бер литр һыуға һалып бутарға һәм һәр биш минут һайын берәр ҡалаҡ (аш ҡалағы) эсергә.
- Бармаҡ эренләп ялҡынһығанда ла содаһыҙ булмай. Һулҡылдап һыҙлай башлау менән дауалауҙы башларға кәрәк. Ике ҡалаҡ соданы ярты литр ҡайнар һыуға иҙеп, шунда ауыртҡан бармаҡты тығырға һәм 20 минут тирәһе тоторға. Быны көнөнә өс тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
- Ауыҙҙы содалы һыу менән сайҡатыу теш һыҙлауын баҫа. Был осраҡта соданы эҫе һыуға иҙергә һәм көнөнә биш – алты тапҡыр ауыҙҙы сайҡатырға.
- Сода косметик сара булараҡ та ҡулланыла. Уны һабын онтағына ҡушып, аҙнаһына битте ике тапҡыр ыуырға кәңәш ителә. Ул үҫмерҙәрҙең битенә һытҡы сыҡҡанда ла, тирене үле күҙәнәктәрҙән арындырып, яҡшы ярҙам итә.
- Ул ағартыусы теш пасталарын да алмаштыра ала. Мамыҡты содаға манып, тештең һары ҡунығын бөтөргәнсе ыуырға. Бер тапҡыр таҙартыуҙан да яҡшы һөҙөмтә күренә.
- Сода тир бүленеп сығыуҙы ла тотҡарлай. Шуға күрә йәйге иртәлә ҡултыҡ аҫтын уның иретмәһенә манылған мамыҡ менән һөртөргә кәңәш ителә. Көнө буйы бер ниндәй еҫ тә булмаясаҡ.
- Сода иретмәһе бөжәктәр тешләүе эҙемтәһен бөтөрә. Көнөнә бер нисә тапҡыр тешләнгән урынға ошо иретмәне һөрткәндә, ҡысытыу ҙа, эсетеү ҙә бөтә. Бынан тыш, сода микробтарҙың йәрәхәткә эләгеүенә юл ҡуймай.
- Ауыр эш көнөнән һуң содалы һыуға аяҡты тығып ултырыу арығанлыҡты һәм аяҡтарҙың шешенеүен бөтөрә. Бының өсөн ун литр йылы һыуға биш ҡалаҡ сода һалып бутарға һәм 15 минутҡа аяҡтарҙы тығып ултырырға ғына кәрәк.