Эстәлеккә күсергә

Сталинград һуғышы бәйете

Викидәреслек проектынан
Сталинград һуғышы бәйете
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: башҡортса.
ҠАРАҒЫҘ: Сталинград һуғышында ҡатнашыусы исеменән. СЫҒАНАҠ: Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминева Фәриҙә инәйҙән (1914 йылғы) уҡытыусы Усманова Әминә Арслан ҡыҙы 1970 йылдарҙа уҡыусыларҙан яҙҙыртып алған.  

1

* * *


Бәйетемдең башы
Сталинград һуғышы.
Анау тауҙың башына
Кемдәр таяҡ ташлаған?
           *
Бар донъяны алам тип,
Герман һуғыш башлаған.
Гитлер ниңә һуғышаһың,
Әллә һиңә донъя тар?
              *
Беҙ һуғышты теләмәйбеҙ,
Яҙған договорың бар.
Беҙ һуғышҡа барабыҙ,
Мәскәү – беҙҙең ҡалабыҙ.
               *
Нап(ы)расно һуғышаһың,
Берлиныңды алабыҙ –
Алтмыш дивизия килә
Сталинградҡа атлап.
                *
Дон буйынан йүгереп сыҡтыҡ,
Шул немецтарҙы артлап.
Немецтарҙы беҙ ураттыҡ,
Фронтҡа юл асырға.
                 *
Йыуан ҡорһаҡ ҙур немецтар
Белмәй ҡайҙа ҡасырға.
                  *
Себенме, тип ҡул һелтәйем,
Осоп килә һауардин.
Илде ятҡа бирер өсөн
Тыуҙыммы ни анадин?
                   *
Ҡара томан, ҡара төтөн
Бөркөп тора томанда
Түгелгән ҡан, түгелгән йәш
Һыймай ана урамға.
                    *
Немец бер ҙә һыймай икән
Әсе һыуыҡ буранда.
Туҡһан биш мең фашисты беҙ
Пленға алдыҡ урамда.
                     *
Сталинград ауылы,
Тауҙа булды дауылы.
Ҡул күтәреп илап торҙо
Немецтарҙың Пау(ы)лы.
                     *
Ана килә машина
Паулюстарҙың башына.
Эҙләгәнеңде таптың, тип
Яҙып киттем ташына.



Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминева Фәриҙә инәйҙән (1914 йылғы) уҡытыусы Усманова Әминә Арслан ҡыҙы 1970 йылдарҙа уҡыусыларҙан яҙҙыртып алған. Баҫмаға Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы әҙерләне