Суйын таба яҡшымы, тефлонлымы?
Уҡыу көйләүҙәре
Суйын таба яҡшымы, тефлонлымы?
Табаның һатыуҙа ниндәйе генә төрө юҡ: суйыны ла, алюмины ла, тефлонлыһы ла . Һәр хужабикә үҙенә яйлыһын ҡулай күреп, һатып ала. Ниндәйен алһаҡ, отолмаҫбыҙ икән?
- Таба һатып алғанда уның ниндәй материалдан яһалғанлығына иғтибар итегеҙ. Иң ныҡлылары – суйын табалар. Һатып алыу менән унда бөтә әйбер ҙә көйә. Шуға күрә табаға бер аҙ май һалып, эҫе духовкала уны «яндырып» алырға кәрәк. Ҡарап тороуға был табалар матур булмаһа ла, һеҙгә бик оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Төрлө ризыҡ ҡыҙҙырырға ла, духовкаға ҡуйырға ла була, ризыҡ көймәй, үҙ парында тәмле генә булып бешә. Һауыт оҙаҡ йылына һәм тиҙ генә һыуынмай.
- Алюмин табалар бик оҙаҡҡа сыҙамай. Һатыуҙа хаҡтары ла ҡиммәт түгел, тотоноуға еңел. Унда ризыҡ тиҙ генә көйөп бара. Табаны ныҡ ҡыҙҙырғанда деформацияға бирелә. Һатып алғанда төбөнөң нимә менән ҡапланғанлығына ҡарағыҙ.
- Хәҙер күпселек хужабикәләр тефлон табаларға өҫтөнлөк бирә. Тефлон ни тиклем ҡалын, ул шул тиклем яҡшы. Табаның төбө йоҡа икән, тефлоны тиҙ бөтәсәк. Уларҙы тимер щеткалар менән ышҡып йыуырға ярамай. Тимер ҡалаҡ менән бешерергә ҡуйған ризығығыҙҙы бутаһағыҙ ҙа, тефлонына зыян килтереүегеҙ ихтимал, өҫкө ҡаты ҡубып төшәсәк. Тефлонлы һауыт- һабаны артыҡ ҡыҙыу утҡа ҡуйырға кәрәкмәй. Табаның йылыныу- йылынмағанлығын ҡайһы берҙәрендә булған махсус индикаторына ҡарап белергә була. Табаның тышын эмаль , лак менән эшкәртәләр. Эмаль ныҡлыраҡ һанала. Лак тиҙ һыҙырыла, төҫөн юғалта.
- Табаны плитә төрөнә ҡарап алалар. Ғәҙәттә, етештереүселәр ҡайһы табаның ниндәй плитәгә ярағанын яҙып ҡуя. Быяла-керамик плитәгә төбө 3 миллиметр ҡалынлығыған да кәм булмаған таба кәрәк. Йоҡалары тиҙ боҙоласаҡ. Индукциялы плитәгә махсус табалар ғына ярай.