Сыр менән тауыҡ
Уҡыу көйләүҙәре
Кәрәкле аҙыҡ-түлек
[үҙгәртергә]- 0.5 кг тауыҡтың һум ите
- 70-100 г ҡаты сыр
- 20-30 г аҡ май
- 5 ҡара борос борсағы
- 5 г укроп
- 1 йомортҡа һарыһы
- тоҙ
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Ҡара боросто ваҡлап, үләнде ҡырҡырға. Итте май менән һыларға, өҫтөнә үлән, борос, тоҙ һибергә лә табаға һалырға.
Сыр менән майҙы бутарға, иретер өсөн мейескә ҡуйырға. Ҡатнашма эҫе саҡта, тауыҡ ите өҫтөнә ҡойорға. Йомортҡа һарыһын, сыр ҡатҡас, һыларға.
Мейескә ҡуйырға. Майы пышылдай башлаһа, утын талғынға күсерергә.