Эстәлеккә күсергә

Сүмес (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Өйрәк сума китер,
    Ҡойроғо күренә китер.
  2. Ҡайнаған ҡаҙанда балыҡ уйнай.
  3. Ҡойроғо ҡоймала, башы ҡоҙоҡта.
  4. Ҡойроғо ҡоймала, башы даръяла.
  5. Башы һыуҙа, ҡойроғо тауҙа.
  6. Ҡолонло бейә һыуға төштө,
    Әлибай сабан ҡыуа төштө.
  7. Һыңар аяҡ һайыҫҡан,
    Һыуға төшөп һыу эскән.
  8. Ҡойроғо бар - болғамай.
  9. Эҫе күлдең эсендә
    Сыр яланғас һыу инә.