Эстәлеккә күсергә

Сәйнүк (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Бәләкәй генә аҡ тана,
    Mөгөҙөм бар тип маҡтана.
  2. Бәләкәй генә аҡ тана,
    Һөтөм күп тип маҡтана.
  3. Аҡ күгәрсен ултыра,
    Һабаға һыу тултыра.
  4. Ҡыу ҡарағас башынан
    Ҡыуылдырыҡ осорам.
  5. Өйөмдәге аҡҡошом
    Түр башында ултыра.
  6. Аҡҡошом ҡара ҡан ҡоҫа.
  7. Кәкре тауыҡ ҡан тамыҙа.
  8. Аҡ тауығым көндә аунай.
  9. Аҡ ҡына көсөгөм ҡан ҡоҫа.
  10. Бохаранан килгән буҙ бейә,
    Әйләнә лә ҡан ҡоҫа.
  11. Аҡ үрҙәктең арҡаһы тишек.
  12. Бәләкәй генә аҡ килен
    Йүгерә-йүгерә ҡунаҡ һыйлай.
  13. Аяҡһыҙ аҡ бесәйем
    Өй эсендә йүгерә.
  14. Кәштә башында аҡ тауыҡ
    Ултырып тора маҡтанып.
  15. Тимер торба өҫтөндә
    Бер аҡ тауыҡ ултыра.
  16. Муйынын һуҙған мулла
    Төшөп ҡарай ҙа һаба төбө ялай.
  17. Бәләкәй генә бөкрө Эйелә лә ҡан ҡоҫа.
  18. Өҫтәлемдә аҡ үгеҙ,
    Маңлайында бер мөгөҙ.
  19. Аяҡһыҙ-күҙһеҙ аҡ бесәй
    Ашъяулыҡ аша һикерә.
  20. Ары ла әтәс,
    Бире лә әтәс,
    Ҡунаҡ килһә, йүгерә әтәс.
  21. Ҡыу ҡарағас башында
    Ҡоҙам ҡурмас ҡыҙҙыра.