Эстәлеккә күсергә

Сәй торты

Викидәреслек проектынан

Сәй торты — сәй табынының йәме.

Составы

[үҙгәртергә]
  • 2 әфлисун
  • 0,5 стакан грек сәтләүеге
  • 150 г шәкәр
  • 0,5 стакан ҡуйы еләк ҡайнатмаһы
  • 100—125 мл ҡаты ҡара сәй
  • 50 г үҫемлек майы
  • 300—350 г он
  • 1 балғалаҡ сода

Составы

[үҙгәртергә]

Ҡуйы еләк ҡайнатмаһына шәкәр, үҫемлек майы һәм ҡаты ҡара сәйҙе ҡушып болғатабыҙ. Әфлисундарҙы таҙартып, киҫәктәрҙе 3-4 өлөшкә бүләбеҙ. Грек сәтләүеген ыуаҡлатабыҙ. Ондо сода менән болғап, әфлисундар менән грек сәтләүеген һалып, беренсе ҡатнашманы ҡушып бергә болғатабыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ рәүешендә килеп сығырға тейеш. Формаға һалып, 35-40 минут духовкаға ҡуябыҙ. Глазурь, ялтырауыҡтар, сәтләүек, емештәр менән биҙәргә була.