Эстәлеккә күсергә

Сәй (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Һурпаһын эсәләр,
    Итен түгәләр.
  2. Ите хәрәм, һурпаһы хәләл,
    Был ни булыр, балалар?
  3. Тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт —
    Аҡ тауыҡтан ҡыҙыл ҡан.
  4. Ҡайнар һыуға ҡан һалдым.
  5. Мунсаға ингәндә ҡара ине,
    Мунсанан сыҡҡанда ҡыҙарған.
  6. Һалдым, һалдым, артманы,
    Эстем, эстем, кәмемәне.