Сәтләүектән рулет

Викидәреслек проектынан

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

Ҡамыр өсөн бар ингридиенттарҙы ҡушып бутайбыҙ һәм шәрбәтле ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы йәйәбеҙ, бер яҡ осон бер аҙ йоҡараҡ итәбеҙ. Йоҡараҡ яғына бал һылайбыҙ ҙа, өҫтөнә шәкәр, онталған сәтләүек һибәбеҙ. Икенсе яғына йомортҡа туҡып һөртәбеҙ.

Хәҙер инде урама формалаштырырға ҡалды. Уны йоҡараҡ яғынан башлайбыҙ. Әҙер ураманы майлы табаға урынлаштырабыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан тишеп сығабыҙ [1].

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

Ҡамыр өсөн[үҙгәртергә]

  • 2 стакан он,
  • 0,5 стакан шәкәр,
  • 50-100 грамм аҡ май йә маргарин,
  • 1 йомортҡа,
  • 4 аш ҡалағы ҡуйы магазин ҡаймағы,
  • 1/4 балғалаҡ тоҙ,
  • 1/4 балғалаҡ аш содаһы.

Эслек өсөн[үҙгәртергә]

  • 1 стакан грек сәтләүеге,
  • 0,5 стакан шәкәр,
  • 2 аш ҡалағы бал,
  • 1/8 балғалаҡ корица.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]