Сәғитов Зәки Ғилман улы

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Сәғитов Зәки Ғилман улы(2.02.1935, БАССР Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы) — уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, СССР-ҙың мәғариф отличнигы. 49 йыл педагогик стажға эйә булған уҡытыусы-хеҙмәт ветераны СССР-ҙың мәғариф отличнигы, хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы (1970 йыл), 2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн миҙал, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Сәғитов Зәки Ғилман улы 1935 йылдың 2 ғинуарында Ғәлиәкбәр ауылында донъяға килгән. - Атай менән әсәй мин тыуыр алдынан айырылышҡандар. Әсәйем: “Атайың беҙҙе ташлап киткәнендә һин ҡорһаҡта ҡалғайның”, - тей торғайны. Күпмелер ваҡыттан һуң әсәй Ғәфүр ағайға тормошҡа сыҡҡан.

Өйҙә 3 бала - Ғәйшә һәм Рауза апайҙарым һәм мин. Ғәфүр ағай балаларҙы яратмаған, бик ҡаты кеше булған. Яҡшылап телем дә сыҡмаған сағым. Ғәфүр ағай эштән ҡайтҡанда өйҙә булһам, урындыҡта ултырған ерҙән мине йыға һуға торғайны. Уның ҡайтыр ваҡытын сәғәтһеҙ ҡайҙан самалап белгәнмендер инде, миңә ынтыла башлаһа, тәҙрәнән сығып ҡаса торғайным. Апайымдар, “Кәпү килә”, тип сығып ҡаса торғайның, тинеләр. Төнөн ҡайҙа етте шунда: һарай башында, көҙ көнө һалҡындар башланғас, янып ятҡан тиҙәк өҫтөндә йоҡлап йөрөгәнем хәтерҙә ҡалған.

Шунан һуң мине әсәйемдең оло ҡустыһы Ишмырҙа ағай үҙҙәренә Ҡарамалы утарына алып ҡайтҡан. Ул утар Ғәлиәкбәрҙән үрҙә Нөгөш йылғаһы буйында 5-6 өйҙән генә тора ине. Ишмырҙа ағайымдың ҡатыны Гөлниса еңгәм бик арыу кеше ине. Уларҙың үҙҙәренең дүрт балаһы булды: Ғаффар, Фәүзиә, Фәниә, Сания. Улар мине үҙ балалары һымаҡ ҡабул иттеләр. Беҙҙән башҡа тағы Ишмырҙа ағайҙың әсәһе - минең өләсәй ҙә уларҙа йәшәне.

Күпмелер Ҡарамалы утарында йәшәгәс, мине әсәйемдең бәләкәй ҡустыһы Хажый ағай үҙе йәшәгән утарға алып ҡайтты. Утар тип әйтеп булмай инде уны. Бер бөртөк өйҙә яңғыҙ йәшәй ине Хажый ағай. Ялан яҡтарының малын көтә ине, шикелле. Шунда бер ҡышты икәүләп үткәрҙек. Хажый ағай икмәк алырға Ҡарамалыға китһә, мин өйгә инергә ҡурҡып, ул ҡайтҡансы тышта йөрөй торғайным.

Хажый ағай өйләнгәс, мине Ғәлиәкбәр ауылынан төньяҡлап 13 саҡырым ятҡан Ҡолғана (Ҡалғаһау) ауылына алып ҡайтты. Бер йәй йәшәнек ул ауылда. Хажый ағайымдарҙың үҙҙәренең балалары булманы, мине улар үҙ балаһы һымаҡ көттөләр. Бикбаев Ишмырҙа ағайым урман ҡарауылсыһына Ғәлиәкбәр ауылының түбән осоноң Нөгөш аръяғында өй һалғайны, һуғыш башланыр алдынан шунда йәшәнек.

Ғәлиәкбәрҙә йәшәгәндә башы йүкә ҡабығы менән ябылған аласыҡта эркет ҡайнатыу өсөн эшләнгән ҡаҙанда әсәй эркет ҡайната ине. Мин бағанаға бер ҡул менән йәбешеп нимәлер һамаҡлап уралып йөрөй инем, оҙаҡ өйрөлә торғас, башым әйләнеп, ҡулым ысҡынып китеп, ҡоламаҫ өсөн ҡайнап торған эркеткә ике ҡулым менән таянғанмын. Ҡулым ныҡ беште. Өйгә ҡайтып булмай. Ғәфүр ағайҙың үлтерә һуғыуы бар, тип әсәй күршелә йәшәгән Әминева Нәғимә инәй менән һөйләшеп, мине уларҙың соланына сәңгелдәккә һалып ҡуйҙылар.

Бер яҙ көнө һуғыш ваҡытында Әхтәм ағай, Ғаффар ҡусты һәм мин һарына ҡаҙырға Ҡарамалы утарына киттек. Һарына ҡаҙып, кәшмәк яһап ҡайтырға сыҡтыҡ. Йылға уртаһында бер ҙур ташҡа эләгеп, кәшмәгебеҙ таралып, өсөбөҙ ҙә ағып киттек. Күпмелер аҡҡас, ярға сыға алдыҡ. Урман аша Әхтәм ағай беҙҙе ауылға алып ҡайтты. Икенсе тапҡыр яҙ көнө Петровский баҙарынан ашамлыҡтар, тоҙ һатып алып ҡайтып киләбеҙ. Үрек йылғаһы ныҡ ташҡан, баҫма юҡ, сығырға кәрәк. Ҡулға-ҡул тотоношоп кисергә төшкәйнек, аҡтыҡ та киттек, күпмелер аҡҡас, сыға алдыҡ, әммә тоҙ юҡ, ҡайһы бер ашамлыҡтар ҙа бирешкән. Бына шул булалыр инде “тамаҡ тамуҡҡа төшөрә” тигән мәҡәлә, һуғыш йылы этлектәре.

Рәүф ағай, Ғаффар ҡусты, мин һәм апайым Петровский баҙарынан ашамлыҡтар күтәреп Ғәлиәкбәргә юлландыҡ. Ҡалыу тауына килеп еткәйнек, алда бер ҙур айыу китеп бара. Нишләргә белмәйбеҙ. Кемдер: “Әйҙә, күмәкләшеп ҡысҡырайыҡ”, - тей. Ул ваҡытта беҙ шырпы көкөртөнән “пистолет” эшләп ала торғайныҡ. Ике -өс шырпы көкөртөнән эшләнгән “пистолет” тауыш сығарған була. Ҡысҡырып та ебәрҙек, “пистолеттан” да аттыҡ. Айыу беҙгә әйләнеп ҡараны ла яйлап ҡына ары китте. Беҙ Ҡалыу тауына менеп барғанда арттан бер ағай йүгерә-атлап килеп етте лә: “Тиҙ генә нәмәләрегеҙҙе бирегеҙ, айыу етеп килә беҙгә, әйҙәгеҙ, шәберәк”, - тип алып ҡайтып китте беҙҙе. Баҡһаң, теге айыу беҙҙең арттан эйәреп тик килгән. Беҙ артҡа ла әйләнеп ҡарамай атлауыбыҙҙы белгәнбеҙ.

Һуғыш йылдары беҙҙең быуын балаларына ҙур һынауҙар килтерҙе. Бәләкәй генә балалар әсәйҙәренең пландарын үтәргә ярҙам итте. Ҡыш көндәре әсәй бүрәнә ҡырҡырға йөрөнө. Кем уларға балтаһын, арҡыры бысҡыһын үткерләгәндер инде, ҡайрағы ла булманы бит. Беҙ Петровский баҙарынан Ғүмәр ауылы аша ҡайтҡанда шул ауылға яҡын Ҡайраҡлы тигән тауҙан ҡайраҡ таштары алып ҡайта торғайныҡ.

Әсәй урман ҡырҡып ҡайтыу менән бер сабатаһын - апайым, икенсеһен мин сисә торғайныҡ. Ебеткәгерәк көндә сей йүкәнән эшләнгән сабата бауы туңа ла, сиселмәй ыҙалата. Сабата үреү, ҡап, септә һуғыу, арҡан ишеү эштәрен беҙ башҡарҙыҡ. Йүкә ҡалдығынан матрасын да, мендәрен дә эшләй торғайныҡ.

Уҡыуҙан сығаһың да бәләкәй сана һөйрәп йә утынға, йә бесәнгә китәһең, һуңынан ғына һыйыр егеп ташый башланыҡ. Һуғыш осоронда беҙҙең ике һыйыр булды, шуға сағыштырмаса хәллерәк йәшәнек.

Күршелә йәшәгән бабай ҡайын ороһон соҡоп сеүәтә, туҫтаҡ яһап, шул сеүәтәне бәрәңгегә алыштыра торғайны.

Һуғыш башланып, Ғәфүр ағай һуғышҡа киткәс, әсәй мине лә, Ғәйшә апайымды ла үҙенә алып ҡайтҡайны. Ғәйшә апайымды ла һыйҙырманы үгәй атай. Әсәйем дә ҡаты булды , ауырлыҡтандыр инде. Ҡайһы саҡта һөйөп тә алғылай торғайны. Уның яратҡан улы булып үҫтем. Беҙ өйләнешкәс, Ғәйшә апайым минең ҡатынға: “Килен, Зәки бала саҡта ныҡ ауырлыҡ күреп, этләнеп үҫте, яҡшыраҡ булырға тырыш”, - тигәйне.

Ошо һөйләгәндәрҙән сығып, ҡайһы бер нәмәләрҙән фәһем алһындар ине кешеләр. Беренсенән, айырылышып, балаларҙы йәтим итмәҫкә тырышырға, икенсенән, балаларҙы йәштән эшкә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтеп үҫтерергә кәрәк.

Ә бит суицид буйынса Рәсәй Европала - беренсе, донъя буйынса алтынсы урынға барып сыҡты. Беҙ үҫкән ваҡытта суицид тигән нәмә булманы.

Гөлниса еңгәм Ишмырҙа ағай һуғышҡа киткәс, йәшләй генә 4 бала менән тороп ҡалды, тағы мине, ағайҙың әсәһен, минең өләсәйемде ҡараны. Һоратыусылар булһа ла, ҡабат тормошҡа сыҡманы. Балалары минең һымаҡ үгәй атай менән нужа күрерҙәр тип уйлағандыр.

Ишмырҙа ағайым 1939 йылғы Совет-фин һуғышында ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтты. Унан Бөйөк Ватан һуғышына алынып, 1942 йылдың ғинуарында «хәбәрһеҙ юғалды» тигән өсмөйөшлө хат ҡына килде.

Сәғитов Ғәфүр ағай ҙа өлкән лейтенант, взвод командиры дәрәжәһендә илде һаҡлап, 1943 йылдың 15 авгусында яуҙа хәбәрһеҙ юғала. Хажый ағайым сержант дәрәжәһендә яуҙа Воронеж өлкәһендә 1942 йылдың 4 ноябре көнө үлеп ҡала.

1942 йылда Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға инеп, 1949 йыл уны тамамлағандан һуң, Иҫке Собханғол урта мәктәбенә 8-се класҡа уҡырға барҙым.

1952 йыл уртамәктәпте тамамлағандан һуң, ике йыл Аҫҡар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләнем. 1954 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит ил телдәре факультетын тамамлап, юллама буйынса Иҫке Собханғол урта мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып ике йыл эшләгәс, мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр.

49 йыл эш стажының 43 йылын мәғариф системаһында мәктәп директоры, уҡытыу, тәрбиә һәм кластан тыш эштәр буйынса директор урынбаҫары, республиканың мәғариф министрлығында инспектор, 1963-64 уҡыу йылдары районды бөтөрөп, Белорет районына ҡушҡас, Бөрйән зонаһы буйынса инспектор ҙа булынды.

Хәҙерге район мәғариф бүлегенең бөтә эше бер кешегә йөкмәтелде. Ат егеп ала ла аҙналар буйы мәктәптәрҙә йөрөй торғайным, - тип хәтерләй ветеран уҡытыусы.

1957 йылда РСФСР буйынса педагогик юғары уҡыу йорттары араһында команда беренселегендә 1-се урын, юғары уҡыу йорттары араһында йүгереү буйынса 2-се урын ала ул.

1958 йылда республика юғары уҡыу йорттары араһында республика беренселегендә саңғы ярышында 30 саҡырымға уҙышыуҙа 1-се урын, республика беренселегенә кәмәлә 2 саҡырымға ишкәк ишеү ярышында 2-се урын яулай.

1960 йылда саңғыла йүгереү буйынса зона ярышында еңеүсе була. Әлеге көндә лә һәр спорт төрө буйынса ла әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, «Ағиҙел» һауыҡтырыу лагеры начальнигы, 1990 йылдарҙан һуң Бөрйән районы партия комитетында инспектор, идеология буйынса секретарь, район хакимиәтендә йорттарҙы хосусилаштырыу бүлеге начальнигы булып эшләй. Бөгөн райондың ветерандар Совете рәйесе вазифаһын намыҫ менән башҡара Зәки Ғилман улы.

Дамир АЛЛАБИРҘИН, хеҙмәт ветераны, уҡытыусы.