Сәғәт (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Көн үткәнде кем белә?
Мин онотһам, ул белә. - Иртә лә, кис тә —
Һәр ваҡыт эштә,
Хәл йыймай һис тә. - Ағайым алған бер ҡатын,
Бармаҡтары шау алтын,
Түңәрәк йөҙлө,
Уҡа һырлы. - Барабыҙ ҙа барабыҙ,
Урыныбыҙҙа ҡалабыҙ. - Көн китә, төн китә,
Энә буйы ер китә. - Үҙе йәнһеҙ,
Көн бара, төн бара,
Бер ҡарыш ер бара. - Аҡылы бар, йәне юҡ.
- Аҡылы юҡ,
Йәне юҡ,
Үҙе кешегә иҫәп өйрәтә. - Ағиҙелдең аръяғында
Ун ике ҡара ҡаҙ уйнай. - Ары ләйләй,
Бире ләйләй,
Эйәк аҫты биҙәкәй,
Күрмәнеңме, Зәйнәкәй? - Ары тә-тә,
Бире тә-тә,
Бүрәнәлә ҡандала. - Ашамай, эсмәй — көнө-төнө эшләй.
- Йәне юҡ — йөрөй.
- Үҙе йәнһеҙ,
Көн бара, төн бара. - Аяғы юҡ — йөрөй,
Теле юҡ — һөйләй. - Ауыҙы юҡ — теле бар.
- Бер туҡтамай йөрөһә лә
Бер урындан китә алмай. - Келт-келт йөрөй —
Урынынан китә алмай. - Келт-келт итә, үтеп китә,
Ризыҡ-нәфҡәләрен әйтеп китә. - Күк һарайҙың эсендә
Күк күгәрсен гөрөлдәй. - Бер башта ун ике күҙ.
- Ала аяҡ, йомро таяҡ,
Уртаһында тел — һин уны бел. - Бер урында баҡа ултыра, һикерә-һикерә — китә алмай.
- Бара-бара тауҙан ашмай.
- Бара-бара, һаман барып етә алмай.