Эстәлеккә күсергә

Сәңгелде

Викидәреслек проектынан

Сәңгелде"Таң" гәзите, Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.Килдеғол мәктәбе уҡытыусыһы.

Яуымбай ауылы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе. Яуымбай ауылынан Әбделмәмбәткә барған юлдың урта тошондараҡ ятҡан Сәңгелде тигән ерҙе был яҡҡа юлы төшкән һәр кем һәйбәт белә. Бер йылы Мәгниттәге ҡустым менән киленем дә мәңге онотмаҫлыҡ итеп белеп ҡайттылар уны. Яҙғы тайғалаҡ мәлдә килгәйнеләр.

- һай, Сәңгелдегеҙ ямаҡай, ағай, өс ынтылдым, сыға алманым, аптырағас, машинамдың арты менән килеп менелде тауҙы, - тигәйне ҡустым. Шулай, бер алдыңды, бер артыңды күрһәттерер был үр. Үрендәге ҡырҡа боролошоноң текәлеге насар, машинаңдың ҡарыуын ала. "КамАЗ"дар, еңел машиналар яҙғы-көҙгө боҙлауыҡта тыпырсынып-тыпырсына бында. Үрҙе сыға алмай камазистарҙың аҫта төн үткәргән саҡтары ла булғылай. Ә аҫта, юлдан ситтә ҙур ғына ялан. 15 гектар, тиҙәр. Элек ул "Ағиҙел" колхозыныҡы ине. Ә хәҙер Яуымбайҙан эшҡыуар Фәһим Хәйбуллиндыҡы. Эшкәртеп, иген сәсте быйыл.

Тауҙан аҫта, юлдың "таш күпере" аҫтынан үтеп, өҫкө үҙәктән ағып төшкән кескәй шишмә сылтырай. Аҫҡы үҙәктә матур ғына сабынлыҡ. Йәй уртаһында күбәләр күренә торған.

Сәңгелде атамаһының килеп сығышын төрлөсә аңлата торғайнылыр. Сәңгелдәк һүҙенә лә бәйләүселәр булды. Ә бына Яуымбай ауылында ғүмер итеүсе 88 йәшлек Ғәрифә инәй Исмәғилева ысынын һөйләй:

- Беҙҙең Яуымбайҙа элек һуҡыр Низаметдин тигән ҡарт йәшәне, Вәлитовтар араһынан. Данлыҡлы сәсән булды ул. Хәбәргә шәп ине. Бәйеттәрҙе, әкиәттәрҙе күп белде, оҫта һөйләне. Күренекле мулла ла ине. Уның турала бер китапта ла яҙҙылар. Ҡыпсаҡтағы Сабирйән сәсәндең яҡын туғаны, дуҫы була ул. Мин үҙәм шул ауылдан, Наҙарғолов Хәлилдең ҡыҙымын. Сабирйәндәрҙең күршеһендә торҙоҡ. Бер ваҡыт әсәйем, ана Сабирйәндәргә Низаметдин апаң килгән, ҡайтырға йөрөй, тип, мине уға эйәртеп Яуымбайға ебәрҙе. Ул ваҡытта Низаметдин һуҡыр түгел, типһә тимер өҙөрлөк ир ине. Ә мин үҫмер ҡыҙ. Сәңгелдене төшөп килгәндә бына нимә һөйләне Низаметдин сәсән:

- Был тауҙың исеменең тарихын хәтереңә һеңдереп ҡуй, ҡыҙым, бәлки, киләсәктә ҡыҙыҡһыныусылар, һорашыусылар булыр.

Бик борон был тирәлә утар тотоп йәшәгәндәр. Ҙур һуғыш сыҡҡан. Утарҙан яуға 9 егетте оҙатҡандар. Туғыҙы ла имен-пау әйләнеп ҡайтҡан. Улар хөрмәтенә утарҙа ҙур байрам яһағандар. Егеттәрҙең имен ҡайтыуына, һәр береһе иҫән килде, тип ҡыуанышҡандар. Ана шул иҫән килде һүҙенән Сәңгелде атамаһы ҡалған да инде.

Бер осор бында ялан ситен беҙ саптыҡ, - тип һүҙен дауам итә Ғәрифә инәй. - Малайҙарыма гел шул тарихты һөйләп алыр инем. Әйткәндәй, йөҙөнән дә, һүҙенән дә зиһен ҡеүәте, белем тәрәнлеге аңҡып торған инәй заманында уҡытыусы булған, 9 бала әсәһе. «Ике улым йәшләй үлеп, ҡайғыға һалдылар. Ә былай бөтәһе лә һәйбәт, әле оло ҡыҙымдың 60 йәшен туйланыҡ», - тип яҙмышына риза булып, бөгөнгө тормошҡа ҡыуанып, өй артындағы күләгәлә, эскәмйәлә йылмайып ултырып ҡалды күпте күргән, күпте белгән мөләйем инәйем.

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.