Эстәлеккә күсергә

Сөгөлдөрҙән "рауза"лар

Викидәреслек проектынан

Сөгөлдөрҙән «раузалар» — рауза сәскәһе кеүек ҡыҙыл төҫтә килеп сыҡҡан ҡамыр ашы.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек

[үҙгәртергә]
  • 300 грамм сөгөлдөр
  • 150 грамм аҡ май
  • 1 йомортҡа
  • 400 грамм он
  • 1 балғалаҡ ванилле шәкәр
  • ярты стакан джем йәки ҡайнатма (ҡыҙыл төҫтәгеһе яҡшыраҡ)
  • 2 балғалаҡ ҡамыр күперткес
  • 1 балғалаҡ дәрсен тәмләткесе


Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

Бешкән сөгөлдөрҙө турайбыҙ ҙа, шәкәр ҡушып, блендер ярҙамында иҙәбеҙ. Блендер булмағанда, бик ваҡ ҡырғыстан үткәрергә лә мөмкин. Йомортҡа, йомшаҡ аҡ майҙы өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. Онға ванилле шәкәр, дәрсен, күперткес һалып бутайбыҙ һәм сөгөлдөргә ҡушабыҙ. Ҡамыр баҫабыҙ ҙа, шыптырға урап, 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ҡамырҙы ярты сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ, шунан 1,5-2 сантиметр киңлегендәге таҫмаларға ҡырҡабыҙ. Уларҙы урап, рауза сәскәһе рәүешенә килтерәбеҙ. Майлы табаға теҙеп, 190 градусҡаса эҫетелгән мейескә оҙатабыҙ. Ярты сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Мейестән алғас, «раузаларға» йоҡа ғына итеп джем йәки ҡайнатма яғабыҙ һәм шәкәр һибәбеҙ.