Сөгөн ҡаҙанда өрә
Уҡыу көйләүҙәре
Составы
[үҙгәртергә]- Һыу — 450—500 г.
- Ит — 100-150г
- Ярма (үҙегеҙ теләгән) — 60-70г
- Һуған төбө — 20г
- Ҡорот йәки ҡатыҡ — 20-30г
- Тоҙ һәм борос сама менән
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Сөгөн ҡаҙанда өрәне ҡыш ваҡытында мейестә әҙерләйҙәр, шуға күрә бөтә аҙыҡты бергә һалалар.
Һимеҙ ит алына, уны йыуалар, 40-50г ауырлыҡта турайҙар.
Сөгөнгә ит, әҙерләп ҡуйылған ярма һалына, эре итеп киҫелгән һуған төбө, тоҙ, борос өҫтәп һыу ҡойола, ҡапҡасын тығыҙ итеп ябып, янып бөткән мейескә ҡуйалар.
Аш яйлап ҡайнап сыға һәм бер нисә сәғәт бығып бешә.
Әгәр мейес кистән яғылһа, ашты төнгөлөккә ултыртып ҡалдыралар.
Ярма өлөшөн кәметеп, ашҡа эре итеп киҫелгән ашҡабаҡ та һалырға мөмкин.