Эстәлеккә күсергә

Сөйәлде нисек бөтөрөргә?

Викидәреслек проектынан

Сөйәл – иң киң таралған тире ауырыуҙарының береһе. Аҡһыл, аҡһыл һоро йәиһә тире төҫөндәге ҡалҡып тороусы был төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш.

Сөйәлде яндырып, туңдырып, ҡырҡып алып, лазер ярҙамында дауалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был операциялар ауыртыныуһыҙ үтмәй һәм гел генә ярҙам да итмәй. Бер ерҙән алып ташлаһаң, сөйәл икенсе урында барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға күрә табипҡа мөрәжәғәт итер алдынан уларҙан өй шарттарында ҡотолорға тырышығыҙ. Иң беренсе сиратта ысынлап та сөйәл икәнлегенә инанығыҙ, миң йәки башҡа нәмә булып ҡуймаһын.

Әгәр ҙә бер генә сөйәл сығып, һеҙгә ҡамаусаламаһа, уға тейергә ашыҡмағыҙ. Билдәле булыуынса, сөйәлдәрҙең 40 проценты үҙенә- үҙе юҡҡа сыға. Дөрөҫ, бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк, бер нисә йыл да үтеп китеүе ихтимал. Әгәр ҙә ҙурая һәм тәнгә тарала башлаһа, был осраҡта сара күрергә кәрәк.

Сөйәлде дауалағанда кислоталы препараттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Әлбиттә, препаратты ҡулланыр алдынан уның ҡулланмаһы менән яҡшылап танышып сығырға онотмағыҙ. Икенсенән, бер-ике аҙна дауамында сөйәл бөтмәһә, дауалауҙы туҡтатырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Сөйәлде дауалау өсөн С витаминын йәиһә аскорбин кислотаһын ҡулланырға ярай. Бер төймә витаминды һыу менән паста хәленә килгәнсе иҙергә һәм сөйәлгә ябып, бәйләп ҡуйырға. Быны төнгөлөккә эшләү яҡшы.

Шулай уҡ салицил кислотаһы препараттары ла һөҙөмтәле. Әммә уларҙы диабетиктарға һәм ҡан әйләнеше боҙолған кешеләргә ҡулланырға ярамай. Айырыуса 40 процентлы салицил кислотаһы булған пластырь уңайлы. Уны төнгөлөккә сөйәлгә ҡуйырға ла, иртән алырға. Әммә лейкопластырҙы ҙур итеп һалырға ярамай, сөйәлде ҡапларлыҡ ҡына булһын.

Шулай уҡ дарыуханала һатылған А витмаины ла ярҙам итә. Бер капсуланы асып, сөйәлгә һөртөргә кәрәк. Бындай дауалау курсы оҙайлы ваҡыт талап итә. Әммә сөйәл күп икән, тап уны ҡулланырға кәңәш итәләр.

Табандағы сөйәлдәргә ҡаршы вирустарға ҡаршы риодоксол майын ҡулланып ҡарарға була.

Башҡа халыҡ медицинаһы ысулдарынан сөйәлдәргә аҡбур һөртөргә йәиһә картуф ҡабығы ябырға ярай. Шулай уҡ табандағы сөйәлгә банан тышын эске яғы менән һалып ҡарарға була. Йыш ҡына һарымһаҡ та ярҙам итә. Төнгөлөккә һарымһаҡ киҫәген ҡырҡылған яғы менән сөйәлгә лейкопластырь ярҙамында нығытып ҡуйығыҙ.

Әлбиттә, гигиена талаптарын да үтәргә онотмағыҙ. Аяҡтар һәр саҡ ҡоро һәм таҙа булырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ойоҡбаштарҙы алмаштырғанда, табандағы сөйәлдәр бәләкәсәйә һәм таралыуҙан туҡтай.

Сөйәлде төрлө ырымдар менән дә дауалау ысулдары бар. Әйтәйек, кемдер ете төҫлө еп алып, нисә сөйәлең бар шунса төйөн эшләп, тупһа аҫтына һала. Йәнәһе лә, шул еп сереп бөтөүгә кешеләге сөйәлдәр ҙә юҡҡа сыға. Шулай уҡ яңы тыуған айға сөйәлде күрһәтеп, һамаҡлап дауалау ысулы ла билдәле. Әлбиттә, уларҙың зыяны юҡ, тимәк, бер кем дә тыя алмай.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә]