Эстәлеккә күсергә

Сөсө ҡоймаҡ

Викидәреслек проектынан

Сөсө ҡоймаҡ ҡойор ѳсѳн кәрәк:

  • 1 литр һөт,
  • 4 йомортҡа,
  • 500 г он,
  • 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
  • 3 аш ҡалағы шыйыҡ май,
  • бер семтем тоҙ,
  • сода.

Нисек эшләргә

[үҙгәртергә]

Иркен мискәлә йомортҡа менән шәкәр ҡомон яҡшылап болғатығыҙ. Һөттөң бер өлөшөн йылытып, тоҙ һалығыҙ һәм тәүге масса өҫтөнә ҡойоп йәнә ентекле бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға аҡрынлап он өҫтәп, сода, тоҙ һалығыҙ, шыйыҡ май ҡойоғоҙ. Яҡшылап туҡығандан һуң, ҡалған һөттө өҫтәп, миксер менән күпертеп алығыҙ. Ҡоймаҡтар майланған ҡыҙыу табала алтын төҫөнә ингәнсе бешерелә.

"Урал" гәзитенән (Белорет районы).