Эстәлеккә күсергә

Талҡан

Викидәреслек проектынан
Талҡан

Талҡан ҡурмастан эшләнә.

Талҡан онон әҙерләү ысулы:

Бер ҡапсыҡ бойҙайҙы елгәреп, таҙартып, йылға буйында йыуып бүрттерергә ҡуйырға. Бүрткән бойҙайҙы ҡаҙанда бешерергә. Күләме ике тапҡырға арта. Бешкән бойҙайҙы тышҡа йәйеп елләтергә, оло мейестә, ҡыштырлатҡансы, киптерергә.

Ҡурмасты талҡанға әйләндереү өсөн ағас тирмәне алына. Таш тирмән булһа, тирмәндең өҫкө яртыһын алып, аҫҡыһына беркетелгән тимер үҙәгендәге «баҡа»һы өҫтөнә бер, кәрәк булһа — ике лезвие ҡалынлығындағы фольга ҡатлап һалына. Шул осраҡта ҡурмас он булып та, ярма булып та тартылмай, ә һорғолт төҫтәге талҡан оно булып тартыла.

Үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә]

Талҡан — ашамлыҡ булараҡ файҙалы ҡиммәткә, ҙур калорияға һәм юғары гликемик индексҡа эйә диетик продукт. Хәҙер ҙә шытkан бойҙайҙың файҙаһы тураһында күп ишетергә тура килә; башҡорт халыҡ медицинаһы ла талҡандың файҙаһын яҡшы белгән. Талҡан оҙайлы шарттарҙа ла боҙолмай торған иҫ киткес тәмле аҙыҡ.

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Талҡанды ашар алдынан ғына һөткә йәки һыуға болғаталар. Тәменә ҡарап, ҡаймаҡ, шәкәр өҫтәргә мөмкин.

Бер порция ингредиенттары:

  • 1 стакан талҡан оно (200 мл.);
  • 1 аш ҡалағы һары май (15 мл.);
  • 1 аш ҡалағы бал (15 гр.);
  • 0,5 стакан ҡайнар һыу (элегерәк геүләп ҡайнап ултырған самауырҙан ҡайнар һыу ағыҙып, тиҙ-тиҙ бутап әҙерләгәндәр);

Әҙерләү ваҡыты: 5-10 минут Уны, ашар алдынан ғына, һөткә йәки ҡайнар һыуға болғаталар. Тәменә ҡарап ҡаймаҡ та, шәкәр ҙә өҫтәргә мөмкин. Шулай уҡ, бер аҙ шәкәр өҫтәп, иретелгән майға баҫып, төрлөсә дәүмәлдәге йомарлаҡтар ҙа эшләп ҡуйырға мөмкин. Тик бындайы оҙаҡ һаҡланмай.