Эстәлеккә күсергә

Тамсы (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Суҡышһыҙ сәпсек боҙ тишә.
  2. Үҙе оҙон, үҙе ҡыҫҡа,
  3. Үҙе йыуан, үҙе нескә,
    Өҫтә саҡта беленмәй,
    Аҫҡа төшкәс, күренмәй,
    Ҡойо ҡаҙый эйелмәй-бөгөлмәй.
  4. Төшкәне күренмәй,
    Килгәне беленмәй,
    Эҙе ҡала.
  5. Һикереп төштө —
    Боҙҙо тиште.
  6. Өй артында дөп-дөп ҡойо ҡаҙый.
  7. Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ дөп-дөп ҡойо ҡаҙый.
  8. Мороно төшкән бер турғай
    Мурта-турта боҙ тишә.
  9. Өй артында тәңкә һикерә.
  10. Өй артыңда дөп-дөп тары төйәләр.
  11. Ялт -йолт ялтырай,
    Яңғыҙ ағас ҡалтырай,
    Ынйы һымаҡ теҙелә,
    Уҡа һымаҡ һуҙыла.