Эстәлеккә күсергә

Тараҡ (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ҡара тәкә тау шыуа.
  2. Тимер тәкә тау яра.
  3. Ҡара һыйырым тау ялай.
  4. Бәләкәй әбей тау шыуа.
  5. Ауыҙы юҡ, теше күп,
    Кәлтә һүтә, эше күп.
  6. Тырнағы мең, үҙе бер,
    Тауға менеп тырмалай.
  7. Донъяла бар бер малай,
    Тырнағы мең, юрғалай,
    Тау башына менә лә
    Һөрмәгән ер тырмалай.
  8. Кескәй генә толпар
    Тауға менер, тауҙан төшөр,
    Урман эсләп юртар.
  9. Тау башында титарай
    Һөрмәгән ерҙе тырмалай.
  10. Теше күп — ашамай.
  11. Теше ҡырҡ — тешләмәй.
  12. Өй түбәһендә күк турғай,
    Һөйәккә теше үтмәй.
  13. Илле кәртәле, Ике тәртәле.
    Ул нимә? Йә, әйт әле!
  14. Тәртәһе бар — аты юҡ,
    Тештәре бар — башы юҡ.
  15. Етмеш ҡарағай башына
    Менәм дә шыуып төшәм.

Тараҡ тештәре

  1. Бәләкәй генә бала-саға
    Тау шыуа ла тау шыуа.
  2. Күҙһеҙ ҡырҡаяҡ урман аралай.