Тауыҡ итенән тәмлекәс
Уҡыу көйләүҙәре
Улдарыма ит ашатып булмай, әммә ошо тәмлекәсте «һә» тигәнсе йыпырып ҡуялар.
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Суйын табаға май һалып ҡыҙҙырам, аҙаҡ һуған һалам. Шунан тауыҡтың түш итен ваҡлап турап өҫтәйем. Тоҙ, борос, тәмләткестәр, ҡаймаҡ йә майонез, томат соусы һалып бутайым. Кишер һалһаң тағы ла тәмлерәк була ла, тик кишер һалғанды улдарым яратмай. Шулай итеп, ит менән һуған үҙ яйына бешә торһон. Ә беҙгә хәҙер картуфты әрсеп, дүрткә бүлеп, аҙ ғына тоҙ һибеп, ит өҫтөнә теҙеп һалып сығырға ҡала. Аҙаҡ табаны ҡапҡасы менән ябып, әкрен генә утта бешерергә кәрәк. Һыу һалмаҫҡа! Тиҙ бешә ул. Укроп, петрушка һибергә онотмағыҙ!! Ашығыҙ тәмле булһын!! Гөлназ Ишемғолова