Тауыҡ ите бәлеше
Тауыҡ итенән бәлеш — тауыҡ итенән әҙерләнгән аҙыҡ хәҙерге тормошта иң таралған ашамлыҡтарҙың береһе, уны эш араһында, юлда, походта (Торпеда ҡулайламаһында) бешереп ашарға була.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә]Тауыҡ итенән әҙерләнгән аҙыҡ хәҙерге тормошта иң таралған ашамлыҡтарҙың береһе, уны эш араһында, юлда, походта (Торпеда ҡулайламаһында) бешереп ашарға була.
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- 500 грамм тауыҡтың түш ите
- 200 ҡаймаҡ
- 1,5 стакан он
- 6-7 картуф
- 3-4 йомортҡа
- 3-4 баш һуған
- тоҙ (самалап)
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Йомортҡаға ҡамыр баҫырға, уны ике (береһе ҙур, икенсеһе бәләкәй) өлөшкә бүлергә, һәм икеһен дә уҡлау менән йәйергә.
Тауыҡтың түш итен, һәр кешегә тәғәйенләп өлөшләп турарға, картуфты йоҡа ғына итеп, оҙонса «йәймә» кеүек итеп киҫеп әҙерләргә.
Ҡалай табаны майларға, самалап үҫемлек майы һалырға, шунан ҙур ҡамыр йәймәне табаның ҡырҙарына сығарып йәйергә. Артабан ҡамырға итте, уның өҫтөнә бер ҡат йоҡа итеп киҫелгән картуфты теҙергә, араларына түңәрәк ҡулса формаһында киҫелгән һуған, башҡа йәшел тәмләткестәр һалырға. Самалап тоҙ һибергә.
Бәләкәй ҡамыр йәймә менән ҡапларға, аҫҡы ҡат ҡамыр менән өҫкө ҡат ҡамырҙы берләштереп, бөгөп, ҡызырлап сығырға.
Алдан тоҡандырылған духовкаға ҡуйып, 40 минут бешерәбеҙ.