Тауыҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ҡаба-ҡаба,
Бер аҡ бала таба,
Тышы аҡ, эсе һары. - Бәләкәй генә ҡоҙаса,
Итәктәрен ел аса. - Ҡырҡ ҡат күлдәк кейгән,
Ел өрҙө (н)иһә — арты күренә. - Беҙҙең килендең ҡырҡ итәге,
Урамга сыҡһа, ел ҡайтара. - Яңағы бар — көйшәнмәҫ,
Ҡойроғо бар — һыйпанмаҫ. - Өй артында ҡортло кейеҙ
«Ҡорт-ҡорт» тиеп ултыра. - Тибенә ла суҡына,
Тамағы туймай, йәне тынмай.