Эстәлеккә күсергә

Ташбаҡа (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Аяғын-ҡулын йәшерә
    Таш күлдәге эсенә.
  2. Таш тирмәнең эсендә
    Ураҙ кеүек байбисә.
  3. Бәләкәй генә бер әбей
    Тупһа аша үт(ә)алмай.
  4. Шыптыр туным аҫтында
    Секрей күҙле эт ята.
  5. Аҫты ла таҡта,
    Өҫтө лә таҡта,
    Башын аҫтына һалып, йоҡлап ята.
  6. Ҡырҡһаң — бысаҡ үтмәй,
    Сәнсһәң — ҡаны сыҡмай.
  7. Кем үҙ йортон елкәһендә
    Күтәреп йөрөтә?
  8. Һис ҡасан да ашыҡмаҫ,
    Ауыр йөгөн ташламаҫ.