Ташһандыҡ
Ташһандыҡ— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы ер-һыу атамаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә]Бөрйәнемдең тәбиғәте ифрат матур, бик бай, ҡомартҡыларының иҫәбе-һаны юҡ. Ундағы һәр тау-таштың, йылға-күлдең, иҫтәлекле урындарҙың үҙ тарихы бар. Ташһандыҡ ташының исеме нисек килеп сыҡҡан? Шул турала булыр һүҙебеҙ.
Түңгәүер (Мәһәҙей) ауылы ҡатнаш урмандар менән ҡапланған күркәм генә тауҙар ҡуйынында урынлашҡан. Унда Йосоп исемле кеше йәшәгән. Ул үткенселәрҙе, юлсыларҙы талаған, күп итеп аҡса йыйған.
Фатир һорап ҡуна ҡалыусыларҙың ашамлыҡтарын алып ҡалған, аттарын урлап, урыҫтарға һатҡан. Шулай бер көндө берәй нәмә тапмаммы икән тип, ауыл эргәһендәге урмандарҙы, тауҙарҙы ҡыҙырырға булған. Атлай торғас, Әсеү яланына барып сыҡҡан.
Уның арғы осонда өс кешенең ат туғарырға маташҡанын күреп ҡала һәм күҙәтә башлай. Икәүһе алтын-көмөштән беләҙектәр, көмөш балдаҡтар, алҡалар эшләп, шулар менән сауҙа итергә был яҡтарға килеп сыҡҡан кешеләр була. Ә өсөнсөһө Һарағы (Килдеғол) ауылынан Һәтеү ҡушаматлы ир икән.
Был ике сит кеше уны юл күрһәтеп йөрөүсе итеп яллап алып сыҡҡан була. Улар үҙҙәренә төнгөлөккә урын йәтешләп ятҡас, Һәтеү аттарҙы тышаулар өсөн ситкә китә.
Шуны ғына көтөп торған Йосоп тегене эләктереп ала ла: «Йә үлемең ошонда, йә минең менән бергә китәһең», – ти. Кемдең донъянан туйғаны бар инде?! Һәтеү ҙә ялына башлай. Йосоп йоҡлап ятыусыларҙың береһенә ташлана. Тауышҡа уянып киткән иптәше ҡурҡып, ни улай, ни былай ҡасырға белмәй торған арала ул уныһын да үлтерә.
Былар мәйеттәрҙе Әсеү йылғаһына төшөрөп, таш аҫтына йәшергәс, ҡалған байлыҡты барлай башлай. Йосоп һандыҡтарҙы тигеҙ итеп бүлгән. Тик Һәтеү күрмәгәндә уның ҡиммәтле әйберҙәрен үҙенекенә бушатҡан да ауылына оҙатҡан. Үҙенә ҡалған байлыҡты шул тирәләге таштар араһына йәшереп бөткән.
Һәтеү ауылына етәрәк үҙенең табышын ҡарамаҡсы булған. Асып ебәрһә, ни күрһен, һандыҡта сепрәк-сапраҡтан башҡа бер ни ҙә юҡ, ти. Йосоптан шулай алданғанлығына йәне көйөп, енләнеп өйөнә ҡайтып китә.
Ә теге үлтерелгән юлсылар һәр булған ерҙәрендә: «Беҙ ошо ауылда, хәҙер шул фәлән ергә юл тоттоҡ», – тип яҙыу ҡалдырып йөрөгән. Быларҙан оҙаҡ ваҡыт хәбәр булмағас, туғандары эҙләй сыҡҡан.
Һуңғы сәләмде Әүжән заводынан алғандар һәм унда Һарағыға (Килдеғол ауылына) китеүҙәрен белдергәндәр. Быны һиҙеп ҡалған Йосоп өйөн ташлап ҡаса. Теге кешеләрҙең мәйеттәрен ҡул менән балыҡ тотоусы кешеләр табып алып, яр башына күмеп китәләр.
Аҙаҡ ауылда: «Йосопты Себергә оҙатҡандар», – тигән хәбәр тарала. Быны ишетеп ҡалған ике туған ағаһы Дауыт уның малайына килә. Йоcоптың ауылда ҡатыны, улы, ҡыҙы була. Ошо малайҙан атаһының байлыҡтарҙы ҡайҙа йәшереүен төпсөнөп һорай башлай. Тик теге өндәшмәй.
Дауыт аптырап, бер әбейгә кәңәшкә бара. Уныһы: «Ҡытыҡлап ҡара», – тигән. Дауыт малайҙы саҡыртып алып һорашырға тотона. Яуап булмағас, ҡытыҡлай башлай. Ахыр килеп, теге сыҙай алмай, байлыҡ йәшерелгән урынды әйтә.
Шулай итеп, Дауыт байып, хәлләнеп китә. Алты мөйөшлө ҙур өй һалдырып инә. Күп итеп мал үрсетә, уңдырып иген сәсә. Уға ауылдың ярлылары ялланып ураҡ урған, мал көткән.
1911 йылдар тирәһендә: «Йосоп төрмәнән ҡасҡан», – тигән хәбәр ишетелә. Кешеләр урманға йөрөмәҫ булып китә, йорт-ҡураларын көнө-төнө бикләп тота.
Ә был ваҡытта Йосоп бер диңгеҙ ярында ҡырағай кешеләр янына барып сыға. Ул нисектер быларҙан ысҡынып, һыуға ташлана ла йөҙөп китә. Бара биргәс, кире ярға сыға һәм бер ағасҡа бәйле бейәне күреп ҡала. Әҙәм заты күренмәгәс, хайуанды ысҡындырып ала ла диңгеҙгә төшөп китә.
Күп михнәттәр менән йөҙөп сығалар, бер утрауға барып етәләр. Шунда ҡамыш менән туҡланып, ике көн хәл йыйып, тағы сәфәргә сығалар. Юлда ныҡ асыҡҡас, Йосоп бейәне һуйып ашай.
Бара торғас, ҙур бер ауылға килеп юлыға. Йосоптоң ҡасыуы тураһында хәбәр таралғас, кешеләр шикләнә башлай. Башҡа бында торорға ярамағанлығын аңлаған Йосоп бер кис менән сығып һыҙа. Артынан ауылдың старостаһы ҡыуа төшә. Йосоп уны осора һуғып төшөрә лә аты менән үҙе ҡаса. Һуңынан оҙаҡ йәйәү бара.
Үҙ ауылы эргәһенә ҡаты һыуыҡтар башланғас ҡына килеп сыға. Ғаиләһенә тере икәнен белдерер өсөн көн һайын кәкүк булып ҡысҡыра.
Бер мәл Йосоп Аҫҡар ауылына килә, унда мәжлестә ҡатнаша. Бал эсеп алғас, үҙенең ҡурҡыныс аҫтында кисергән яҙмышына әсенеп, йырлап ебәрә. Уның моңло тауышына һоҡланып та, йырының йөкмәткеһенә шикләнеп тә ҡуялар. Улар бышылдаша башлағас, Йосоп хәйләләп сығып ҡаса.
Юлды Һарағыға ала, унда бер туғанына бара, уныһы индермәй. Ҡырҙан фатирға төшкән булалар. Йосоп уларҙың кырандасҡа егелгән аттарын урлап алып сығып китә.
Юлда саҡта утын тейәп ҡайтып килеүсе Һәтеүгә тап була. Тегеһе: «Һин мине алдап ҡастың», – тип Йосоптың башына таяҡ менән тондора. Ул шунда уҡ йән бирә.
Йосоп үлгәс тә кешеләр үҙҙәренең илаған балаларын: «Сеү, илама, әтеү ҡасҡы Йосопҡа биреп ебәрәм», – тип йыуатҡан.
Әлеге ваҡытта Мәһәҙей ауылынан ике саҡрым самаһы алыҫлыҡ ерҙә Ташһандыҡ исемле бер үҙәк бар. Ҡасҡы Йосоп шул үҙәктәге таш ҡыуыштарына байлығының бер өлөшөн йәшереп ҡуйған булған. Әле лә бала-сағаларҙың ҡыҙыҡһынғандары шундағы ҡыуышлыҡтарҙы тикшереп тора. Тик байлыҡ ҡына табылмай.
Был мәғлүмәтте өләсәйем Вәғиә Мансур ҡыҙы Ырыҫбаева Мәһәҙей ауылы кешеһе 1904 йылғы Сәғәҙей Сәйәх улы Сәйәховтан яҙып алған.
Ильяс СӘЛИХОВ, VII синыф уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.