Таҡмаҡтар/Вәғиҙә Ҡырымғужина (Хәйбулла районы, Иләс ауылы, 87 йәш)

Викидәреслек проектынан
Вәғиҙә Ҡырымғужина. Башҡортостан, Хәйбулла районы, Иләҫ ауылы

Бейек тауҙың баштарында
Кемдәр таяҡ ташлаған?
Беҙ, бәхетһеҙ балаларға,
Герман һуғыш башлаған.

Һалдаттарҙың барған юлы
Ике яғы канаулы
Германнар, күкрәк кирмәгеҙ,
Ваҡытығыҙ һанаулы.

Тауға менһәм - тау бейек,
Түбән төшһәм – татырлыҡ.
Быйыл беҙгә ьик ауырлыҡ,
Алла бирһен сабырлыҡ.

Осоғоҙ, ҡаҙлар, осоғоҙ,
Колхоз ҡырлары бойҙай,
Сәсем бөртөкләре ...
Гел ҡайғылар бирҙе Хоҙай.

Урамдарҙы йәмләндерә
Алмағас бейекләре.
Уф тиһәм һауаға сыға
Күкрәгем көйөкләре.

Ян, йөрәгем, ян, йөрәгем,
Ян, йөрәгем, түҙәрмен.
Янһаң, йөрәк, ян көслөрәк,
Түҙәлмаһам, үләрмен.

Ағиҙелдең алҡынына
Ат бәйләнем һалҡынына.
Килмә ҡаршы, ҡабынырһың
Йөрәгем ялҡынына.

Ағиҙелдән пароход килә,
Күренмәй томан көндә.
Ни күрәһем, маңлайыма
Яҙылған тыуған көндә.

Һыу буйында йөргәнемдә
Бер таш табып алдым биләүгә.
Күкрәк моңдарымды һөйләр инем
Үҙем кеүек булған берәүгә.

Әйләнде лә һыуға төштө
Баҫып һыу алған ташым.
Ни күрһә лә, күрәр инде
Күрәргә ҡалған башым.

Йүгереп мендем тау башына,
Ултырҙым аҡ ташына.
Тағы ла ниҙәр бирәр икән
Хоҙай минең башыма.

Бейек тауҙар башларында
Ҡара бойҙай күп әле.
Тағы ла ниҙәр барҙыр
Башларымдың күрәһе.

Өҫтөмдәге күлдәгемдең
Еңләре ҡыҫып тора.
Әллә ниңә ошо йылда
Эсләрем бошоп тора.

Эҫеүалла, уф тип әйтеп,
Сығып киттем тышларға.
Минең кеүек моңаймайҙыр,
Һауалағы ҡоштар ҙа.

Алмағастың ботағына
Элеп ҡуйыр шәлем юҡ,
Алдан бирмәгән бәхетте
Тартып алыр хәлем юҡ.

Ятыр инем, йоҡлар инем
Диваныма буй төшөп.
Ятһам, йоҡоларым килмәй,
Төрлө яҡтан уй төшөп.

Аҡ күгәрсен менән күк күгәрсен
Йүгерә-килә юл менән.
Аҡылһыҙ ҙа бәндә түгел инем,
Аҡылларым бөттө уй менән.

Хаттар яҙҙым ултырып,
Аҡ ҡағыҙҙы тултырып.
Хаттар китте, үҙем ҡалдым
Яҙған ерҙә ултырып.

Үҙем илайым, үҙем йырлайым,
Үҙем гәрәбә теҙәм,
Хәсрәт күлләрендә йөҙәм
Сабырлыҡ менән түҙәм.

Мәрйен алырбыҙ әле,
Епкә теҙербеҙ әле.
Кеше түҙгән хәсрәткә
Беҙ ҙә түҙербеҙ әле.

Ағиҙелдән ағып килә
Зөләйхә тигән ҡамыш.
Таң елдәре менән килә
Моңайма тигән тауыш.