Таҡмаҡтар/Совет осорондағы һайлауҙар тураһында

Викидәреслек проектынан

Совет осорондағы һайлауҙар тураһында

Ҡарлуғастар, һандуғастар
Баҫып һайрайҙар талға.
Законыбыҙ хоҡуҡ бирҙе
Хеҙмәткә, белем, ялға.

Олатайы һикһән биштә,
Ейән улы – ун һигеҙ;
Советтарға һайлағанда
Бөтәһе лә бер тигеҙ.

Алъяулығы башында,
Алъяпҡысы билендә.
Ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы
Тик Советтар илендә.

Алма бешһә – аллана,
Ҡауын бешһә – баллана.
Үҙ эшендә үрнәк булған –
Депутатҡа һайлана.

Һайлауҙарға барабыҙ беҙ
Яңы костюмдар кейеп,
Депутаттарҙы һайлайбыҙ
Ысын күңелдән һөйөп.

Ҡыҙыл флагтың ситтәре
Биҙәлгән ҡыҙыл суҡлы.
СССР-ҙа граждандар
Бары тиң хоҡуҡлы.

Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 123 бит