Эстәлеккә күсергә

Таҡмаҡтар/Социалистик илгә һөйөү тураһында

Викидәреслек проектынан

Социалистик илгә һөйөү тураһында

Баҡсалағы ағастарҙың
Алма икән һигеҙе.
Беҙ төҙөгән ил еңелмәҫ,
Ҡорос уның нигеҙ.

Беҙ алын да кейәбеҙ,
Беҙ гөлөн дә кейәбеҙ.
Беҙҙең Ватан – гөл баҡсаһы,
Шуның өсөн һөйәбеҙ.

Ал сәскәле, гөл сәскәле,
Ал сәскәле беҙҙең ер;
Ер шарында ҡояш кеүек
Балҡып тора беҙҙең ил.

Ураҡ урған ерҙәрем,
Бесән сапҡан ерҙәрем.
Йәшәтербеҙ мәңгелеккә
Данлы Совет илдәрен.

Баҡсаларҙа сәскә ата
Шиңмәҫлек ҡыҙыл гөлөм.
Гөлдәр кеүек сәскә ата
Киң, матур Тыуған илем.

Сапҡан аттай ярһып тора
Беҙҙең йәштәр йөрәге.
Иркен тормош, тыныс йәшәү –
Совет халҡы теләге.

Ҡыҙыл флаг уртаһына
Ураҡ, сүкеш ҡуйылған.
Был бәхетте алалмаҫтар
Эшсе синыф ҡулынан.

Ҡыҙыл флаг уртаһында
Бер сүкеш менән ураҡ.
Ҡыҙыл флаг – нурлы флаг
Алһын ер шарын урап.

Тәҙрә төбөм гөл генә,
Ҡына гөлөм бер генә.
Рәхәт тормошҡа сығарҙы
Бөйөк Октябрь генә.

Елбер-елбер ел иҫә,
Баҡсаларҙа гөл үҫә.
Баҡсалағы гөлдәр кеүек
Беҙҙең илебеҙ үҫә.

Гөл сәскәле илебеҙ,
Гөл сәскәле илебеҙ.
Ер шарында ҡояш булып
Балҡый беҙҙең илебеҙ.

Өй артымда баҡсала
Сәскә ата гөлкәйем.
Ал сәскәләй матур булып
Үҫә тыуған илкәйем.

Биҙәкле йүгән кейҙерәм
Үҙем менгән аттарға.
Һаҡларбыҙ беҙ Совет илен
Һис бирмәбеҙ яттарға.

Ана килә автомобиль,
Тейәгәндәр шинелдәр.
Беҙ барабыҙ армияға,
Күтәренке күңелдәр.

Ҡыҙыл батырҙар булырбыҙ,
Өҫкә шинель кейербеҙ.
Ҡаршы килгән дошмандарҙың
Йөрәктәрен алырбыҙ.

Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте.
Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов.120-123 биттәр