Таҡмаҡтар/Социалистик хеҙмәт тураһында

Викидәреслек проектынан

Социалистик хеҙмәт тураһында

Һауаларҙан ишетелә
Самолет батырҙары,
Һәр бер эштә еңеп сыға
Беҙҙең ил батырҙары.

Ботинкаһы, ботинкаһы,
Ботинкаһы ҡыҙыл суҡ.
Ударник булһаң, йөрөйөм,
Ударник булмаһаң - юҡ.

Ҡыҙарып бешкән алманың
Һайланым матурҙарын.
Ударник тип беҙ атайбыҙ
Колхоздың батырҙарын.

Ағиҙелдә аҡ нәмә бар,
Аҡ пароход түгелме?
Ярышып эшләү, күмәк эшләү
Шатландыра күңелде.

Ударниктар эшкә бара
Йырлашып та, гөрләшеп,
Йырлайыҡ әле, йрлайыҡ,
Их, дуҫтарым, берләшеп.

Өҫтөмдәге күлдәгемдең
Табалманым үҙ ишен,
Матурлығыңды арттыра
Ударник тигән исем.

Мендем тауҙың башына,
Исемем яҙҙым ташына,
Өйөбөҙҙә - электрик,
Ҡырыбыҙҙа - машина.

Колхоз ере туғай-туғай,
Унда һайрай бер турғай.
Тормош иркен, күңелдәр көр,
берҙе йырламай булмай.

Урал буйҙары йәмле,
Урал һыуҙары тәмле.
Урал буйына теҙелгән
Колхоз ҡырҙары йәмле.

Беҙҙең колхоз байрағы
Ебәк менән сигелгән.
Байраҡ беҙгә ярыгтарҙа
Еңгән өсөн бирелгән.

Тау-тау боҙҙар ағып килә
Яҙҙың ташыуҙарында,
Шатланышып беҙ эшләйбеҙ
Колхоз баҫыуҙарында.

Өҫтөмдәге күлдәгемдең
Табалманым үҙ ишен,
Матурлығыңды арттыра
Ударник тигән исем.

Сығанағы: Йырҙар китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө-1968. Өсөнсө баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Биҡҡолов. 234-235 биттәр