Таңғатар шишмәһе

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Беҙҙең Белоретта, Учалы яғынан килеп Уралтауҙы төшөп еткәс, бер шишмә янында "Татар шишмәһе" тигән юл билдәһе тора. 1970-80-се йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан гәзитме, журналдамы Учалы районынан кемдер: (авторы хәтерҙә ҡалмаған) Ун һигеҙенсе быуаттағы ихтилалдарҙың береһенән һуң, шул райондың Таңғатар исемле бер ихтилалсыһы батша карателдәренән ҡасып, шул шишмә башында йәшеренеп ятҡан, шишмәнең исеме лә шул кеше иҫтәлегенә аталған,тип яҙғайны. Ысынлап та, бынан 250-300 йылдар элек беҙҙең яҡтарҙа татарҙың үҙе түгел, еҫе лә булмаған бит. Урыҫтарҙың ағас теле Таңғатарҙы Татарға әйләндергән. Шишмәнең ысын исемен нисек ҡайтарырға ине.

Уның кеүек яңылыш атамалар күп беҙҙә: Ҡотҡор-Кухтур, Дүнән һуйған-Юша гора, Инйәр-Инзер һ.б. Миҫал өсөн: Минйәр ҡалаһын Минзер тимәйҙәр ҙәһә (Мансур Һиҙиәтов, Белорет ҡалаһы)