Эстәлеккә күсергә

Тейен (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ағастан ағасҡы(а) һикерә ҡарасҡы.
  2. Тап-тап, табағас,
    Табағасҡа мең ағас,
    Ҡойроғо бер ҡолас.
  3. Һикереп менә ботаҡҡа,
    Килеп эләгә тоҙаҡҡа,
    Бай тунына бер ямау.
  4. Сәтләүекте ярата,
    Һунарсыны ҡарата.
  5. Үҙенән ҡойроғо оҙон.
  6. Ялҡын кеүек ялт-йолт итә,
    Ҡапыл һикереп китә.
    Йәйе уның эштә үтә,
    Ҡышын сәтләүек сиртә.