Эстәлеккә күсергә

Тел (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Мейес аҫтында һыулы йыуғыс.
  2. Һике аҫтында ҡыҙыл бау.
  3. Ҡараңғы өйҙә ҡанлы балта.
  4. Ике таҡта араһында
    Ҡыймылдай ҡыҙыл даға.
  5. Йылы мейес эсендә еүеш быҙау.
  6. Йөҙлөк аҫтында еүеш быҙау.
  7. Таш аҫтында булһа ла
    Бер ҙә тик тормай.
  8. Һаҙлы ерҙә бер таҡта
    Серемәй ҙә, батмай ҙа.
  9. Һөйҙөргән дә шул,
    Биҙҙергән дә шул.
  10. Һөйәге юҡ, ние юҡ,
    Һөйләмәгән һүҙе юҡ.
  11. Һөйәкһеҙ,
    Ҡайҙа бөкһәң, шунда бөгөлә.

Тел, ҡолаҡ, күҙ

Берәү һөйләй,
Икәү тыңлай,
Тағы икәүһе ҡарап тора.