Терпе (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Энәләрен ҡалдырмай йөрөй —
Үҙе тегеүсе түгел. - Энәһе бар — тегә алмай.
- Тыны бар, өнө юҡ,
Кейеҙенең йөнө юҡ,
Үткер ҡылдан эшләгән
Тирмәһендә ҡышлаған. - Үҙе бүрек кеүек кенә,
Кейгән туны энәле. - Ҡым-ҡым ҡылиҡап,
Ҡойроҡтары сылиҡап,
Сәслек-сөслөк аяғы,
Һикһән төрлө таяғы. - Бәләкәй генә бер ҡарсыҡ,
Тәне тулы шырпы. - Йомро-йомро туп кеүек,
Бөтөн тәне шырт кеүек. - Яҫы ерҙә яу йомроһо.
- Энәһен тотҡан,
Юл буйына сыҡҡан. - Энәһе бар — тотоп булмай,
Энәһе менән тегеп булмай. - Ялан ерҙә энәле йомғаҡ.
- Энәле йомғаҡ йөрөп ята,
Үләндәрҙе ҡыштырлата.