Эстәлеккә күсергә

Тештәр һәм тел (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Утыҙ ике аҡбуҙат,
    Ҡағыша ла тибешә,
    Ерән айғыр өйөрә.
  2. Утыҙ ике аҡ ат,
    Бер сығынсы ерән ат
  3. Утыҙ кеше әүен һуға,
    Усман ағай әйләндерә.
  4. Утыҙ кеше он тарта,
    Метри ағай әйләндерә.
  5. Аҡлы ағайҙар әүен һуға,
    Аҡман ағай әйләндерә.
  6. Аҡ тунлылар ашлыҡ һуға,
    Ҡыҙыл тунлы көлтә ташый.
  7. Аҡ тунлылар ашлыҡ һуға,
    Көпөлөләр көлтә әйләндерә.
  8. Аҡ тунлылар йыйып тора,
    Мөәзин бабай ташып тора.
  9. Аҡ кешеләр ҡырҡа,
    Ҡыҙыл кеше алып кейеп тора.
  10. Арбаҙ тулы аҡ тауыҡ,
    Уртаһында ҡарт әтәс.
  11. Ҡатар-ҡатар таш ҡуйҙым,
    Ҡыҙыл һыйырым буш ҡуйҙым.
  12. Ҡыҙырым таштың аръяғында,
    Ҡыҙыл танам уйнаҡлай.
  13. Ҡыҙыға-ҡыҙыға таш ҡойҙом,
    Ҡыҙыл тананы буш ҡуйҙым.
  14. Һөйәк келәт, ит баҫтырыҡ.
  15. Иләләй, зиләләй,
    Уртаһы ҡыҙыл бейәләй.
  16. Аҡ ҡорма, ваҡ ҡорма,
    Аҡ ҡорма арты тиктормаҫ.
  17. Утыҙ ике туҡылдыҡ,
    Бер мыймылдыҡ.