Теш (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/db/06-10-06smile.jpg/220px-06-10-06smile.jpg)
- Аҡ егеттәр аңһыҙ,
Анһыҙ донъя һанһыҙ. - Бикләнмәгән һандығымда
Утыҙ ике ынйым бар. - Бер мискәнең эсендә
Утыҙ ике аҡ тауыҡ. - Бер соҡорҙоң эсендә
Утыҙ ике аҡ тауыҡ. - Бер һарай эсендә
Утыҙ ике аҡ тауыҡ. - Аҫлы-өҫлө аҡ тауыҡ.
- Ҡыҙыл кәртә өҫтөнә
Аҡ тауыҡтар ултырған. - Кәштәм тулы аҡ тауыҡ.
- Бәләкәй генә бүлмәлә
Утыҙ ике аҡ ҡапсыҡ. - Түңәрәк күлдә алтын таш,
Ау һалһаң да алынмаҫ. - Кәштәм тулы аҡ шәшке.
- Мейес аҫтында аҡ себеш.
- Мейес аҫтында утыҙ ике аҡ бәрәс.
- Аҙбар тулы аҡ һарыҡ.
- Тирбәгәйҙең тирмәне
Тартҡан онон бирмәне.
Теш төшөү
Беҙ-беҙ, беҙ инек,
Утыҙ ике ҡыҙ инек.
Ике рәткә теҙелдек,
Берәм-берәм өҙөлдөк.