Эстәлеккә күсергә

Тирмән ҡаяһы

Викидәреслек проектынан

Тирмән ҡаяһы — Башҡортостан Бөрйән районы Байназар ауылының үрге яғында урынлашҡан ҡая.

Тирмән ҡаяһы нишләп шулай аталған

[үҙгәртергә]

Тирмән ҡаяһы Ағиҙел йылғаһы ярында. Саҡ ҡына үрҙәрәк Бешәке йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында, Бешәке тамағында, Әбделвәхит хәҙрәт Хәйризаман улы Салауатов Аванасий Евстигнеевтан төҙөттөргән һыу тирмәне булған.

1918-1919 йылдарҙа был тирмән эш башлай. Был тирмән Байназар ауылынан тыш эргә тирәләге бер нисә ауыл халҡын да хеҙмәтләдергән. Унда он һалдыртыу менән бер рәттән ярма һурҙыртыу эше лә ойошторолған булған.

1931 йылда ул тирмәнде колхозға тартып алғандар. Колхоз заманында ла ул тирмән, колғозға берләшкән өс ауыл кешеләрен, он һәм ярма менән оҙаҡ йылдар тәьмин иткән.

1972-1973 йылдарҙа ул тирмән, Мораҙымдан йөрөп уҡыған малайҙар яңылыштанмылыр әлле үҙҙәре ут төртөпмелер, янып юҡҡа сыҡҡан.

Әбделвәхит хәҙрәт, указлы мулла булған. Ул Совет власы урынлашҡан тәүге йылдарында мәсеттәр янында мәҙрәсәләр асыуға рөхсәт булғас, ошо рөхсәттән файҙаланып Сәләхетдин мулла менән берлектә 1922 йылда, 1910 йылдар самаһында Мөхәмәтғәриф Мырҙағолов төҙөткән мәсетт эргәһендә, мәҙрәсә асалар.

Әбделвәхит хәҙрәт Хәйризаман улы үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе, юғарыла күрһәтелгән эшмәкерлеге менән генә сикләнмәй, ул халыҡ табибы булараҡ та сирле ауылдаштарын тәрбиәләп һауыҡтырырыу өлкәһендә лә күп эштәр башҡара.

Ләкин Әбделвәхит хәҙрәтте лә репрессия шауҡымы урап үтмәй. Үҙен тура килтереп ҡулға ала алмағас, НКВД хеҙмәткәрҙәре уның өс ҡатыныны (Мәүҙиғә, Хәҙисә һәм Өмөямал) бөтә бала сағалары менән бергә ҡулға алалар һәм Йылайыр төрмәһенә ябалар. Ғаиләһен ҡотҡарыу нийәте менән хәҙрәт уҙе власть органдарына бирелә.

Һуңынан уны Хабаровский яғында, Зиннур ағай мәрхүм Салауатов шул яҡта хәрби хеҙмәтен үтәгәндә хәҙратте осраттым тип ҡайтып һөйләгән, лавкала һатыу итеп булышҡанын күреп ҡайтҡан кешеләр була, тимәк бер ерҙә лә бирешмәгән Бөрйән улы һөргөндә лә юғалып ҡалмай. Унан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.

Тирмән ҡаяһы ғына үҙенең халҡының арҙаҡлы улы Әбделвәхит хәҙрәт Хәйризаман улы Салауатовҡа һәйкәл булып тора бирә. ( Был материалды Ғәлимйән ағай мәрхүм Ишбулатовтың яҙмалары, Байназаров Рәхимйән ағайҙың , Салауатов Рауил ағайҙың иҫләлектәре ярҙамында Азангулова Гүзәл Илдус ҡыҙы әҙерләне)