Тирмән (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ел-ел, арба, ел, арба,
Ете йылға кис, арба,
Елде-һыуҙы эс, арба. - Зыр-зыр зырайман,
Зырайманда килтеки,
Әлемтеки, бештеки,
Осто буран, осто ел. - Йәш үгеҙ тулай,
Оло үгеҙ үкерә —
Йөн төкөрә. - Айыу үкерә,
Йөнө ҡойола. - Aйыy аҡыра, йөнөн ҡоя.
- Саң юҡтан саң сығара.
- һике-һике һикелдәй,
Һике башы мөңкөлдәй,
Ялан-йолан саҡыра,
Тәлмәрйене баҡыра. - Ҡайнап ятҡан таш күрҙем,
Тоҙһоҙ бешкән аш күрҙем. - Ҡоро ағас башында айыу олой.
- Үҙе ил туйҙыра,
Үҙенең тамағы туймай.