Эстәлеккә күсергә

Томан (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Аҡ сымылдыҡ эсендә
    Айҙы нисек табайым?
    Күк сымылдыҡ эсендә
    Көндө нисек табайым?
  2. Көндө төн итә,
    Үлән башын һыу итә.
  3. Мөңрәй бара, мөңрәй бара,
    Мөгөҙөн күккә терәй бара,
    Ҡамышлыҡҡа төшә бара,
    Ҡамыш һыуын эсә бара.
  4. Таң алдында килә,
    Ҡояш сыҡҡас юғала.
  5. Төтөнө бар — уты юҡ.