Торомтай
Башҡортостан ҡоштары
Торомтай
[үҙгәртергә]Торомтай — сысҡан типкес, сысҡан әүрәткес, сысҡансыҡ, бейеүсе көйгәнәк (урыҫса — обыкновенная пустельга, латинса — Falco tinnunculus L.)
Дәүмәле буйынса күгәрсен тиңендә.
Осҡанда оҙон ҡанаттары һәм оҙон ҡойроғо күренә.
Ата торомтайҙың түбәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро йә аҡһыл һоро. Ҡанат остары ҡара.
Тотош төҫө ерән, ҡорһаҡ тирәһе асығыраҡ ерән, уҡ башағына оҡшаған ҡара таптар менән сыбарланған.
Инә һәм бала торомтайҙарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән, кәүҙәләренең аҫ яғы буй-буй өҙөк һыҙыҡлы һорғолт аҡ. Инә торомтайҙың түбәһе бер төрлө ҡыҙғылт көрән.
Ялан торомтайынан тырнаҡтарының ҡара булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли».
Ҡая таштарҙа, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәй.
Күсмә ҡош. Киң таралған.
Ағас башында һәм ҡыуышында, ҡая таштарҙа оялай. Һуңғы йылдарҙа торомтайҙар кеше торлаҡтарына яҡын, хатта ҡалалар эсендә лә йәшәйҙәр. Күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығында оя ҡоралар.
Ерәнһыу көрән таптар менән сыбарланған 4-5 һорғолт аҡ йомортҡаһы була.
Ҡорбанын күҙәткәндә ҡалтырауыҡлы хәрәкәттәр яһап, бер урында аҫылынып тора, һәм йәшен тиҙлегендә аҫҡа атыла. Башлыса сысҡвн, ваҡ ҡош-ҡорт менән туҡлана.
Уның күҙе кеше күҙенә ҡарағанда 2,6 тапҡырға үткерерәк. Ул ультрафиолетты ла күрә, һәм был кимереүселәрҙең бүлендеге аша үҙҙәрен дә табырға ярҙам итә. Сысҡандарҙы ҡырып файҙа килтерә.
Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә
[үҙгәртергә]Сығанаҡ
[үҙгәртергә]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары (белешмә китап). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1986 й., 10 б.