Эстәлеккә күсергә

Торфлы һауыттар

Викидәреслек проектынан

Торфлы һауыттар туҡлыҡлы матдәләргә баймы?

Туранан-тура ергә ултыртыла торған торфлы һауыттарҙың туҡлыҡлы матдәләргә бай булыуына бик ышанырға ярамай. Уларҙың ҡайһы берҙәре тик торфтан ғына тора. Һыуҙы тиҙ парға әйләндергәс, тупраҡ тиҙ кибә. Даими ҡарап тормаһаң, һауыттың төбө дымланып, күгәреп, бәшмәк ауырыуҙары тиҙ үрсейәсәк.

Торфлы таблеткалар помидор, борос сәсеү өсөн бармай. Улар ҡауын, ҡарбуз, ташҡабаҡ, петуния сәсеү өсөн ҡулай. 1 литрлы, 1,5 литрлы шешәләрҙе төптән 10 – 15 сантиметрға ҡырҡып ташлағыҙ ҙа, үҫентеләрҙе шунда ултыртығыҙ. Улар үҫкән һайын тупраҡ өҫтәгеҙ. Былай эшләгәндә, үрсетмәләр өҫтәмә тамырҙар ебәрә. Ҙур һауытта һыу йыйылып тора һәм үҫентене сирләтә.


Һылтанмалар

[үҙгәртергә]