Эстәлеккә күсергә
Тоҙ, шәкәр ҡомо (йомаҡтар)
- Аҡ ҡына, ваҡ ҡына,
Һыуға һалһаҡ, юҡ була.
- Сәйгә һалғанды ашҡа һалмайҙар,
Ашҡа һалғанды сәйгә һалмайҙар.
Һәр икеһе аҡ, үҙҙәре бик ваҡ,
Тиҙ генә уйла, сиселһен йомаҡ.
- Икеһе лә — аҡ,
Икеһе лә — ваҡ,
Айырайым тиһәң — ҡап!