Эстәлеккә күсергә

Тоҙ (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Яңғыҙ мине ашамайҙар,
    Минән башҡа йәшәмәйҙәр.
  2. Мине ашамайҙар,
    Минән башҡа туй ҙа яһамайҙар.
  3. Аҡ көсөгөм аштан ҡалмай.
  4. Бәләкәй генә аҡ көсөк,
    Сәп иткәндән ҡоро ҡалмай.
  5. Үҙе генә ашалмай,
    Унан башҡа аш бармай.
  6. Һыуҙан тыуа, һыуҙан ҡурҡа.
  7. Ерҙән табыла,
    Утҡа табына,
    Һыуҙан ҡурҡа.
  8. Үҙем әсе булһам да
    Ризыҡты тәмләндерәм.
  9. Үҙе өҫтәлдән төшмәй,
    Тышҡа ҡуйһаң, эт теймәҫ.
  10. Әсе була, татлы була,
    Үҙе туҙан саҡлы була.
  11. Үҙе аҡлы,тәме татлы,
    Тышҡа ҡуйһаң, эт теймәҫ.

Ҡаҙанға тоҙ һалыу

  1. Иҙел төбөнә таш һалдым.