Трактор (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ат түгел, кешнәмәй,
Йөҙ аттан кәм эшләмәй. - Баҫыу буйлап юрғалай,
Үҙе йөрөй тыр ҙа тыр,
Йә, был нимә, кем әйтер? - Ашамай ул бесәнде,
Ҡапмай ул һаламды.
Үҙе китә һөйрәтеп,
Ун бер төрән һабанды. - Бесән ҡапмай, һоло ҡапмай,
Торған ере ҡап-ҡара.
Эшкә тиһәң — айыумы ни,
Бар донъяңды аҡтара. - Батырып ала, айҡап ала,
Эҙе йомшарып ҡала. - Ер өҫтөндә ҡара ҡарға
Юлы ҡарайып бара. - Кешнәй-кешнәй ер ҡыҙыра
Ҡара айғыр колхозда. - Оло танау ҡара үгеҙ
Ерҙе йыра аяуһыҙ. - Бер айыуҙа биш балта,
Балталарын ергә сапһа,
Ҡара ерҙе ҡабарта. - Бәһлеүән китеп бара,
Ерҙе киҫәккә яра.
Ни ҡушһаң, үтәй шуны,
Кем генә белмәй уны?