Эстәлеккә күсергә

Тумыртҡа (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ағас башы туҡылдыҡ,
    Туҡый-туҡый туҡ булдыҡ.
  2. Урмандан сығар,
    Ҡойроҡ аҫты сыбар,
    Алтын һырлы,
    Дүрт ҡырлы,
    Ашағаны ҡайры.
  3. Ҡара урман эсендә
    Ағас ҡыңғырау шылтырай.
  4. Үргә менер бәлхис,
    Түбән төшөр бәлхис,
    Ҡойроҡҡайы биҙәкәй,
    Әйт әле, был нимәкәй?
  5. Шаҡ-шаҡ шаҡына,
    Сыҙар микән бағана?
  6. Аласа күлдәк,
    Еҙ тырнаҡ,
    Тере ҡупай.
  7. Бар урманды дауалай,
    Ағастарҙы таҙарта.
    Ҡышҡыһын да ял белмәй,
    Туҡылдарға ярата.