Эстәлеккә күсергә

Турап тоҙланған ҡыяр

Викидәреслек проектынан

Ҡайтып инеү менән баҡсаға йүгерҙем. Ә ундааааа... Минең бошмаҫлыҡтан оялып, помидорҙарым ҡыҙара бүртенгән, боростарым үпкәләшеп башын эйгән, зато ҡыярҙарым ирәүәнләгән - беләк буйы булғандар... Ярай әле күршеләрем әйбәт, тирә-яҡты ҡарап, гөлдәремә, теплицама һыу һибеп торалар! Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә күршеләрҙән уңабыҙ, әллә үҙебеҙ шәп, әллә кешеләрҙән везёт 😜!

Тәк, тәк, тәк... Быны бөгөн үк эш итмәһәң, иртәгә юбилей үткәрергә, унан һуң ҡәйнешемдең өй туйы, унан инде был ниғмәттәр йомшара ла башлай. Так что бөгөнгө төн минеке!

Һәр хужабикәнең ҡыл һыймаҫлыҡ мәле була, йәки йыбандырған эштәрҙән йәһәт кенә ҡотолғоһо килә 😃. Шундай саҡтарҙа моғайын берәйһе берәй нәмә мудрить иткәндер - ҡана, интернетты байҡай һалайым!? Һуууууу! Бындааааа! Рәхмәт төшкөрө уңғанбикәләргә! Саҡ ҡына үҙгәртәбеҙ ҙә, "һә" тигәнсе эшләп тә ырғытабыҙ беҙ аны! Бары менән байрам!

Шулай итеп, һеҙ ҙә "тиҙ ҡотола" торған рецепты һаҡлап ҡуйығыҙ! Эшләгәс тә яҙа алманым, мәшәҡәттәр бөткәс кенә ҡырын төшөп "төрткөләп" яттым. Вупшым, һуң булһа ла уң булһын!

Эш барышы

[үҙгәртергә]

4 кг ҡыяр 3-4 баш һарымһаҡ (тырнаҡтарын ярырға) 1 стак. шәкәр 1 стакан тулыр-тулмаҫ аш һеркәһе (уксус) 3-4 ҡалаҡ тоҙ 1стакан тулыр-тулмаҫ көнбағыш майы 1 ҡалаҡ ҡара борос (молотый) 1 төйөн укроп

Ошоларҙың барыһын да бергә бутап, төнгөлөккә ултыртырға ла, иртәнсәк стерилләнгән банкаларға һалып, капрон ҡапҡас менән ябып ҡуйырға. Кетерләп кенә торған тоҙло ҡыяр әҙер! Баҙҙа ла һаҡларға ла була. Рецепт буйынса ярты кило һуғанды ярым дүңгәләкләп турарға ҡушыла, мин рискауай итмәнем, ашар алдынан 20 минут алда һалһаң да бына тигән тәме сыға ул! Уксус урынына 3 ҡалаҡ уксус эссенцияһы яҙылған, миндә ул булмағас, самалап уксус һалдым.