Эстәлеккә күсергә

Туған телдә дөрөҫ һөйләшәйек

Викидәреслек проектынан

Туған телдә дөрөҫ һөйләшәйек!Вәкил ХАЖИН, педагогика фәндәре кандидаты.

Тел – тере шишмә

[үҙгәртергә]

Тел – тере шишмә, йылдар үтеү менән үҙгәрә, яңы һүҙҙәр менән тулыланып байый бара. Әммә ҡайһы бер үҙгәрештәр телгә зыян килтерә, ул ярлылана, ябайлаша йәки бөтөнләй сит телдәрҙән ингән һүҙҙәр тулып, үҙенсәлектәрен юғалта.

Бындай үҙгәрештәргә тәү сиратта туған теленә иғтибарлы булмаған халыҡ үҙе сәбәпсе. Башҡорт телендә лә ундай үҙгәрештәр бар: телмәребеҙгә заманса һүҙҙәр килеп инә, ҡайһылары дөрөҫ тәржемә лә ителмәй. Әммә мине күберәк ата-бабаларыбыҙ борон ҡулланған һүҙҙәрҙең ҡулланылыштан төшөп ҡалып, онотола барыуы борсой.

“Сыбай ҡашҡа” йырына ҡарата хаталар

[үҙгәртергә]

Мәҫәлән, күпме йылдар “Сыбай ҡашҡа” тигән башҡорт халыҡ йырын “Һыбай ҡашҡа” тип йырланылар. “Сыбай” тип яҙылған, “сывай” тип әйтелгән был һүҙ ҡашҡаның бер төрөн белдерә. “Һыбай ҡашҡа” тиһәң һыбай ат йәки һыбайлы кеше тигән мәғәнә килеп сыға бит. Ә “сыбай” һүҙе аттың маңлайынан алып, морон осона тиклем төшкән аҡ һыҙатты аңлата.

“Сыбай”, “сыбата” тигән һүҙ “оҙон” тигәнде аңлата. Борон тау юлдары буйлап аттарҙы парлап, тройка егеп йөрөп булмаған. Ғәҙәттә, тар юлдарҙа аттарҙы бер-бер артлы итеп еккәндәр. Урыҫтар быны “гуськом” ти, ә башҡортса “сыбата егеү” тип атала.

Тәүсығанаҡтан йырҙы яңылыш ишетеп, һүҙҙәрен дөрөҫ аңламай яҙып алып, артабан хаталы итеп йырлау уғата күңелһеҙ күренеш.

Сибай йырына ҡарата хаталар

[үҙгәртергә]

Бына башҡорт халыҡ йыры “Сибай”ҙың да тәүге юлдары бик ҡыҙыҡ итеп үҙгәртелгән. Инде бер 50-60 йыл тирәһе “Йәшел генә сана, зәңгәр дуға ектерһәнә, Фатимам, туратҡа”, тип йырлайҙар. Моғайын, борон йырсылар улайтып йырламағандыр, сөнки кантон башлығының санаһы йәшел, дуғаһы зәңгәр, тәртәһе ҡара булыуы мөмкин түгел.

Ғиллә йәшел менән зәңгәр һүҙҙәренең алмашыуында. Бер ҙә “йәшел сана” түгел, ә “йәшәнкә сана”. Йәшәнкә сана – ул урыҫтарҙың “кашауай” тип йөрөтөлгән саналарының бер төрө, киң, уңайлы итеп эшләнә. Сибай яҡтарындағы халыҡ һаман да йәшәнкә сана тип һөйләй, һәр хәлдә, ул кантон башлығы ултырып йөрөргә бик ҡулайлы булған.

Ә “зәңгәр” тигәне “зеңгер” тигәнде үҙгәртеүҙән килеп сыҡҡан. Хәҙер беҙ “ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” тип әйтәбеҙ, ә беҙ уҡыған заманда мәктәбебеҙ зеңгерле ине. Зеңгер бирә торғайныҡ, тик һуңынан звонокка күстек.

Зеңгер – ул бәләкәй генә еҙ ҡыңғырау, уны кантон башлыҡтарына ғына аттарына ҡуйырға рөхсәт иткәндәр, теләһә кем ҡуйып йөрөй алмаған. Шулай итеп, “Йәшәнкә лә сана, зеңгер дуға ектерһәнә, Фатимам, туратҡа” тигән йыр һүҙҙәре бөтөнләй икенсе мәғәнә бирә.

Кантон башлығы бик ҙур түрә, уның үҙенең тыуған яғына, Атайсалына ҡайтып түрә булғыһы килә. Был йырҙа телгә алынған Атайсал тыуған ил мәғәнәһендә түгел, ә аныҡ ауыл атамаһы. Әлбиттә, шағирҙарыбыҙҙың “Атайсал” һүҙенә тыуған ил мәғәнәһе һалып ижад итеүе бер ҙә зыян түгел, булһын.

Ләкин “Сибай” йырында Атайсал Иҫке Сибай ауылының боронғо атамаһы. Йырҙа шул ваҡыттағы түрәләрҙең атрибуттары күренеп ята: йәшәнкә сана, зеңгер дуға, турат (ҡара ат). Бөгөн ҡара джиптарҙа, яҡтыртҡыстар ҡуйып елдереп йөрөгән түрәләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Был электән килгән йола, тимәк.

Дөрөҫ һөйләшәйек

[үҙгәртергә]

Шунан, йырсыларға әйтә торған тағы бер дәғүәм бар: башҡорт телендә киләсәкте белдергән ҡылым формаһы –ар, -әр ялғауы менән генә барлыҡҡа килмәй, -ыр, -ер, -ор, -өр ялғауҙары ла шул мәғәнәне бирә. Мәҫәлән, киләр түгел, ә килер, сығар түгел – сығыр. Беҙҙең йырсыларҙың “киләрһеңме”, “сығарһыңмы” тип йырлауы дөрөҫ түгел.

Икенсенән, йырсылар йыш ҡына баҫымды дөрөҫ ҡуймай йырлайҙар. Хатта радио, телевидение хеҙмәткәрҙәренең шул хаталарҙы тиражлап тороуына ҡарап, мәктәп уҡыусылары ла шулай һөйләшә башланы. Ҡылымдың -маҫ, -мәҫ ялғауҙары баҫымлы була, уның ҡыҫҡартылған формаһы -мам, -мәм дә баҫымлы. “Бармам”, “арымаҫ”, “талмаҫ” тигәндә баҫым – һуңғы ижеккә, “ҡарамаҫтан” тигәндә лә баҫым һуңғы ижеккә төшә.

Баҫымды дөрөҫ ҡуймай һөйләү артыҡ әллә ниндәй ҙур бәлә түгел дә кеүек бер ҡарауға. Ләкин был башҡорт теленең үҙенсәлеген юҡҡа сығара. Мәҫәлән, башҡорт һәм татар телендә баҫымдар тап килә, ләкин бер урында ғына айырма бар.

Татарса ҡылымдың хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман өсөнсө зат ялғауы баҫымһыҙ. “Улар ни эшләй?” тигән һорауға татарса “баралар”, “ҡайталар”, “киләләр” тип яуап биргәндә баҫым икенсе ижеккә төшә, ялғау баҫымһыҙ. Ә башҡорт телендә, киреһенсә, баҫым һуңғы ижеккә, ялғауға төшә.

Бына ошондай айырмаларҙы, туған телебеҙҙең үҙенсәлектәрен, боронғо һүҙҙәрҙе һаҡларға кәрәк. Сөнки ике тел бер-береһенә игәлеп торғанда, береһе мотлаҡ үткерләнә төшөп, икенсеһенә оҡшап китә. Ҡайһы тел көслөрәк, ҡайһы халыҡ үҙенең әсә телендә дөрөҫ һөйләшеүгә юғары яуаплылыҡ менән ҡарай, шул үҙенекен таға башлай. Әйҙәгеҙ, башҡорт теленең киләсәге өсөн борсолған милләттәштәр, телмәребеҙгә иғтибарлыраҡ булып, дөрөҫ һөйләшәйек!

Вәкил ХАЖИН, педагогика фәндәре кандидаты, “Киске Өфө” нән.