Тыуған ауылым

Викидәреслек проектынан

Минең тыуған ауылым - Көйөргәҙе районының Туғай Кинйәһе ауылы Көйөргәҙе йылғаһының иң матур урынында урынлашҡан. Көйөргәҙе йылғаһының ике яғы - бер нисә тиҫтә саҡырымға һуҙылған һыубаҫар туғайлыҡ. Ауыл рәсми телдә I Кинйә Абыҙ тип йөрөтөлә.

Кинйә ауылы 1760 йылдарҙа башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең иң абруйлы шәхестәренең береһе Кинйә Арыҫланов тарафынан нигеҙләнә. Ауыл урынын һайлау тураһындағы легенда, телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Шуларҙың береһен мин 1913 йылғы Мәсүрә Төлкөсуринанан яҙып алдым. "Кинйә Арыҫланов оло ауыл Арыҫландан (атаһы ауылы) бүленеп сығып, яңы ауыл төҙөү өсөн үҙҙәре биләгән ерҙәр буйлап сығып китә. Үҙе менән ауылдың аҡһаҡалдары Иҫәнаман, Төлкөсура, Байғол, Ҡолһары , Ишһары һәм тағы бер нисә олатайҙы, улдары Иҫәнаман (документтарҙа Сөләйман тип тә яҙылған) менән һеләүһенде ала.

Википедияла

Улар Һайылмыш йылғаһы буйында туҡтала. Бик матур ер була. Кинйә бында ҡалып торорға, ә улы Һеләүһен менән башҡалар тағы ла уңайлыраҡ ер эҙләп, сығып килергә кәңәшләшәләр. Шулай йөрөй торғас, хәҙерге көндә инде юҡҡа сыҡҡан 1-се Кинйәабыҙ ауылы урынында туҡталалар. Көйөргәҙе буйы күңелдәренә хуш килә. Сапҡын ебәреп, Кинйәне лә алып киләләр. Кинйәгә урын бик оҡшай. Ул буласаҡ ауыл урынына иң тәүҙә Ҡыпсаҡ ырыуының ағасын - ҡарама ултырта.

Ул ҡарама әле лә иҫән, йыуанлығы өс-дүрт ҡоласлыҡ был ҡомартҡы бик ныҡ ҡартайған. Кинйә Арыҫлановтың йорто ла шул ҡарама эргәһендә булған, һуңынан ул ерҙә Кинйәнең ейәне Хәлил йәшәй. Хәлил Кинйин 1812 йылғы Ватан һуғышында полк муллаһы булып ҡатнаша, һуғышта ниндәй наградаларға лайыҡ булғаны билдәһеҙ, әммә 1912 йылда Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап сығарылған һәм унда ҡатнашыусыларҙың нәҫелдәренә тапшырылған юбилей миҙалы әлеге көндә лә һаҡлана (ошо юлдарҙың авторы ҡулында). Уны 1912 йылда Ғәзизйән Хәлилов (Шәрипов) Ырымбурҙан барып ала. 1969 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзитендә ошо турала фотоһүрәттәре менән мәҡәлә донъя күрә. Хәлил олатай вафат булғас (1876 йылда), йортта бер ни тиклем ваҡыт улы Ғәзизйән кәләш алып йәшәй. 1850 йылдарҙа эргәләренә 18 метр тәрәнлектә ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра, уны таш менән бурайҙар. Ауыл бөтһә лә, ул ҡоҙоҡ әле лә бар. 1931 йылда Ғәзизйән Хәлиловты, вәлидовсы тип ҡулға алалар. Стәрлетамаҡ төрмәһендә атырға алып барғанда Ғәзизйән олатай: "Көйөргәҙе буйынан барҙармы? Еткерегеҙ Хәлиловтарға, бирешмәһендәр, беҙ бит Кинйә тоҡомдары...", - тип ҡысҡырып киткән.

Ғәзизйән бабайҙың өйөн боҙоп, ул саҡтағы колхоз үҙәге Яҡуп ауылына күсереп һалалар. (Ул йорт әле лә бар. Хәҙерге ваҡытта Кинйәкәйев Фәриттең аласығы).

Карателдәр эҙәрләй башлағас, Кинйә Ҡаҙаҡ далаларына сығып китә, ләкин уға тыуған еренә әйләнеп ҡайтыу бәхете теймәй. Үлгәс, олатайҙар һөйләүе буйынса, уны ҡаҙаҡтар Кинйә ауылына алып киле һәм кластарға белдермәҫ осон батырҙы тауыш-тынһыҙ ғына ерләйҙәр. Ҡайһы бер тарихсылар, әлбиттә быны кире ҡаға, әммә легендалар бит буш урында тыумай.

Туғай Кинйәһендә тыуған, хәҙер вафат Фәйрүзә һабансина апай элек ауыл аҡһаҡалдары һөйләгән бер легенданы бәйән итте: Әүлиә зыяратында бик уҡымышлы кешеләрҙе генә ерләр булғандар. Шуларҙың береһе, иң уҡымышлыһы XIX быуат башында ҡаҙаҡтар тарафынан килтереп ерләнгән.

Күп кешеләрҙең, ололарҙың һөйләгәндәре Кинйәнең ҡәбере Туғай Кинйәһендә тигән фекерҙе яҡлай һәм иҫбат итә.

Ҡәберҙең ташында ниндәйҙер беҙ белмәгән тамғалар, билдәләр бар.

Район хакимиәте ҡәберҙе асыу тураһында мәсьәлә күтәргәйне, ләкин, шәриғәт ҡанундарына таянып, ауыл аҡһаҡалдары рөхсәт итмәне.


Башҡортостан Республикаһы Үҙәк архивында бер тарихи документ һаҡлана. Ул - 1831 йылда Кинйә ауылы халҡының тағы бер ауыл төҙөргә рөхсәт һораған ғаризнамәһе. (ЦГИА РБ, фонд и-1, опись 1 дело 105). Уларҙың теләгемҡәнәғәтләндерелә. Шулай итеп, 1830 йылдар башында П Кинйәабыҙ ауылы нигеҙләнә. Бәләкәй Көйөргәҙе буйында Кузьмин тигән баяр килеп ултырып, ауылдың ерҙәрен файҙалана башлағанға күрә, ерҙәрен һаҡлау өсөн күсә улар. Күсеүселәр араһында Ирназар Арыҫлановтың балалары ла була. Улар архивта Ирназаров, Арсланов тип күрһәтелгән. Ә Кинйәнең балалары Кинйин, һеләүһенов тип күрһәтелгән. Тимәк, хәҙерге Арыҫлановтар Кинйәнең балалары түгел, ә ағаһының балалары булып сыға. Унда шулай уҡ бөтөнләй ят фамилиялар ҙа осрай. Мәҫәлән: Ишбулатов, Әмиров, Ҡайбирҙин һ.б. Бәлки, улар араһында 1-се Кинйә ауылынан алыҫ булмаған Бесәнсе Зәйҡан ауылы кешеләре лә барҙыр, тип уйлайым. Сөнки үткән быуаттың 30-40 йылдарында, тирә-яҡты уғырылыҡтары менән ҡаҡшатҡас, Бесәнсе Зәйҡан ауылы кешеләрен төрлө ауылдарға күсереп, ауылды тараталар. Башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән Мәнди Ҡогош - ошо ауылдан. Күсергән ваҡытта, уның ғаиләһе Түкән ауылына эләккән. Шуға ла һуңғы йылдарында яҙған шиғырҙары аҫтына Мәнди Ҡотош Түкәни тип ҡуйған.

Ауылдың фажиғәле яҙмышына әйләнеп ҡайтайыҡ. Пугачев яуы ҡыйратылғас, карателдәр Кинйәне бик ныҡ эҙәрлекләй. 1914 йығы Ғәрифулла Арыҫланов һөйләүенсә Кинйә күпмелер ваҡыт ауылдан 500 метр алыҫлыҡтағы мәмерйәлә йәшенеп язҡан һәм һуңынан ҡаҙаҡ далаларына ҡасҡан. Батша ялсылары, батырҙы тота алмағас, улы һеләүһенде аманатҡа ала, ауылды яндыра. Ә халыҡҡа ҡырҡ йыл буйы ауылға кире ҡайтып нигеҙ һалырға рөхсәт ителмәй. Сит ерҙә толҡа тапмаған халыҡ Көйөргәҙе буйҙарына кире ҡайта. Унда Кинйәнең улы Сәғит Кинйин башлап йөрөй. Шулай ҙа ҡырҡ* йыл тулмағанлыҡтан, элекке ауылдан бер нисә саҡырым өҫкәрәк ултыралар (әле ул ер Уҫаҡ Ыҙма тип йөрөтөлә). Ул ауыл Сәғит Кинйәһе тип йөрөтөлә. 1800 йылғы Ырымбур губернияһы картаһында Бөрйән волосы составында Сагитово, икенсе исеме Кинзина тип билдәләнгән. Аралары бик яҡын. Ғариф бабайҙың һөйләгәндәренә дәлил итеп гағы ла архив материалдарында табырға була. Ауыл 1795 йылда нигеҙләнгән Сәғит Кинйин башлап йөрөгән, икенсе исеме Кинйә тип тә йөрөтөлә тип теркәлгән (ҡара: "Башкирская ойконимия XVI-XIX вв." китабы, 275 бит). Тағы ла бер исеме Бишөйлө. Икенсе Кинйә Абыҙ һуңғараҡ барлыҡҡа килгән.

Граждандар һуғышы йылдарында ла Кинйә ауылы халҡы Милли-азатлыҡ хәрәкәтенә әүҙем ҡушыла. Бөйөк Ватан һуғышына бәләкәй генә ауылдан илле биш кеше һуғышҡа алына, шуларҙың утыҙ бере вафат була. һуғыштан һуңғы йылдарҙа утыҙ йортло ауылдан ике тиҫтәгә яҡын кеше юғары бепем ала, утыҙлағаны техникум тамамлай. Тик ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәте генә ауылыбыҙҙы юҡҡа сығарҙы. Социаль-көнкүреш биналары күрше Абдул ауылына күсерелде. Халыҡҡа эш бөгтө. 1986 йылда ауылымдың һуңғы усағы һүнде - хәҙер инде вафаг булған Фәхретдин ағай ғаиләһе күрше Түкән ауылына күсте.

1990 йылдар башында "Мораптал" совхозы директоры Р. Тураев тырышлығы менән ауылды тергеҙеү башланғайны. Ришат Ибраһим улы Кинйәгә ҡайтыусылар өсөн ярты хаҡ менән төҙөлөш материалдары бүлде. Иң беренсе атаһы нигеҙенә Роберт Ишмөхәмәтов йорт һалды. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы, ҡайтырға теләүселәр Кинйәгә бүтәнсә йорт һалманы. Роберт та өйөн күрше Абдул ауылына күсереп һалырға мәжбүр булды. Кинйә олатабыҙ ултыртҡан ҡарама иҫән. Тимәк, ауылыбыҙ яцынан тергеҙеләсәк, Аллаһ бирһә!

Ауыл бөтөүгә егерме һигеҙ йыл ваҡыт үтте, әммә, халыҡ уны бер ҙә оноторға теләмәй. Иҫкә төшөрөп, йәй көндәре ауыл булған урынға килеп зыярат ҡылып, аяттар уҡып китәләр, әлбиттә, араларында, шайтан һыуы әсеүселәре лә табылалыр. Тик минең һүҙем бер ҙә улар тураһында түгел, ә ҡасандыр ауылыбыҙҙа йәшәп, иҫтәлектәр ҡалдырып китеүсе, хәҙер инде мәрхүм ауылдаштарыбыҙ, ауылыбыҙға бәйле легендалар, архив материалдары тураһында бәйәм итергә ине иҫәп. Ялан тәпәй баҫып йөрөгән ялан-ҡырҙарыбыҙ, тауҙарыбыҙ атамалары ла онотолмаһын ине тигән теләк менән яҙам был китапты.

Азат Хәлилов, "Туғай Кинйәһе ауылы" китабы, 2015 йыл.