Эстәлеккә күсергә

Тыуған яҡ ҡоштары: Аҡ сәпсек

Викидәреслек проектынан

Ҡоштар - ер йөҙөндә киң таралған йән эйәләре, хәҙерге ваҡытта донъяла 8600 төр ҡош тереклек итә, шуларҙың 720-һе Рәсәйҙә, 300 төрө Башҡортостанда теркәлгән. Был һан үҙгәреп тора. Рәсәй ҡоштары 18 отрядҡа, ә Башҡортостан ҡоштары 17 отрядҡа ҡарай.

Аҡ сәпсек почта йәшнигендә ҡорған оя. 2020

Йорт тирәләрендә, ауыл-ҡалаларҙа кешеләргә яҡын йәшәй торғандарын бөтәбеҙ ҙә таныйбыҙ: бер нисә төр турғай, сәпсектәр, күгәрсендәр, ҡарғалар, төйлөгәндәр, өйрәктәр, хәҙер инде аҡҡоштар ҙа күбәйеп бара. Яҙҙарын кәкүк тауыштары, былбыл ҡоштар һайрауы - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ йәмле, ләззәтле бер өлөшө.

Беҙ Өфө ситендә, үҙ йортобоҙҙа йәшәйбеҙ. Быйыл бер аҡ сәпсек почта йәшнигебеҙҙе оя ҡорорға һайланы ла ҡуйҙы. Балаларҙың атаһы гәзиттәрҙе тотоп килеп инде лә, аптырап:

- Кемдер йәшник эсенә ваҡ ботаҡтар ташлап киткән ул, - тине.

Почтаны аҙнаһына ике генә килтерәләр, шуға күрә 3 көн үткәс кенә ҡараныҡ та инде лапы-лопоноң байтаҡ йыйылғанын абайлап, берәй ҡош оя ҡорорға тотонғандыр тигән һығымтаға килдек. Ысынлап, матур ғына көлһыу-зәңгәрһыу ҡаурыйлы бәләкәй генә ҡош - аҡ сәпсек оя ҡора башлаған булып сыҡты. Сүп-сарҙы алып ташларға йәлләнек - ҡорһон инде ояһын, оҡшатҡас! Ҡоймаға ҙур ғына бер шыптыр тоҡсай элеп ҡуйҙыҡ, йәшниккә иһә почта ташыусы күрерлек итеп ҙур хәрефтәр менән ҡош оялай башлағанын, гәзит-журналды теге тоҡсайға һалырға кәрәклеген яҙып ҡуйҙыҡ.

Алһыу шулай итте лә. Мәгәр ул отпускыға киткәс ваҡытлы эшләгән егет яҙыға ла иғтибар итмәгән, гәзит-журналды өҫтән тыҡҡан да киткән. Хәләлем гәзиттәрҙе өҫтән генә тартып сығарған-сығарыуын, мәгәр йәшниктең ҡапҡасы асылып киткән дә, унда томшоҡтарын ҙур асып ашарға һорап ултырған ҡошсоҡтар күренгән.

Хәләлем бик борсолдо был хәлгә - кеше ҡағылһа, ҡоштар балаһын ташлай тигәнде ишеткәнебеҙ бар бит. Бик насар йоҡлап, иртәнге биштә үк йәшникте күҙәтергә сығып китте ул һәм күпмелер ваҡыттан шатланып килеп инде - сәпсектәрҙең ояға ем ташығандарын күргән.

Сәпсектәрҙең ояны ҡалдырғанына ныҡлы ышанғас ҡына йәшникте астыҡ һәм таралып төшмәҫлек ныҡлы итеп һалынған ояны күрҙек. Уны иҫтәлеккә алып ҡуйҙыҡ та, йәшниктең өҫкө яғын ныҡлап йәбешетерп ҡуйҙыҡ - ҡоштар оя ҡорор урын табыр ул, ә беҙҙең йәшник элек башҡа урыныбыҙ юҡ.

Гүзәл Ситдиҡова - https://vk.com/id144637633?w=wall144637633_22808


Ул сәпсектәр ғәжәп әрһеҙ ҡош бит. Бер йылы күршеләр яғындағы ҡойма ҡыйшайғас Миҙхәт ҡапылда тимер торба менән терәтеп ҡуйҙы. Бер нисә көндән шул торбаға сәпсектәр инеп сығып йөрөгәнен аңғарып ҡараһам 5-6 йомортҡа ята. Бер йәйҙә өс тапҡыр бала сығарҙылар. 2-3 йыл шунда ояланылар. Һуңғы тапҡыр оҙаҡ оянан сыҡҡаны кренмәгәс барып ҡараһам, сәпсегем ҡанаттарын йәйеп, башын һәлендереп ята. Турғай үлеп ята тип илап ебәрҙем. Миҙхәт йүгереп килеп торбаны күтәреп ҡағып та ебәрҙе. Сәпсек осто ла китте, йомортҡалары ергә ҡойолдо. 2-3бөртөгөн кире һалған булдыҡ та ул, сәпсек кире килмәне. Әлеге ир ғәйепле булды, нишләп ҡулыңды ғына тығып ҡараманың тип мыжырға. Уның ҡулы ҡайҙан һыйһын нәҙек торбаға. Минеке һыйыр ине, ҡайҙан үҙемә тикшерергә, ир йомшар кәрәк бит.

Сарбиямал Ихсанова https://vk.com/wall-36676061_261597?reply=261610