Эстәлеккә күсергә

Түбәләҫ башҡорттары лөғәте

Викидәреслек проектынан

«Киске Өфө» гәзите ойошторған “Әсәйем лөғәте” рубрикаһына тәҡдим иткәйнем. 8 декабрь, 2012 йыл

  • Тәгәс – сынаяҡ
  • Жәйкә – сынаяҡ аҫты (әлеге шул “ж” өнө инде). Бер ыңғай башҡа миҫалдарын да яҙып китәйем:
  • Жәйеңке ( тәрилкә) – эсе саҡ ҡына батынҡы йәиһә уйпатланып торған әйбер йә нимә
  • Жәйпәк – йоҡаҡ, яҫы таш
  • Жыйылыш, жыйыштырыу –йыйылыш, йыйыштырыу
  • Жот – һаран, ҡомһоҙ
  • Жите – ете
  • Жиң - ең
  • Жай, жайман – әкрен, тиҙ генә эшкә тотона алмаған кеше тураһында әйтелә
  • Житен – етен
  • Жикһенә – тартылмай, сикәнә, ытырғына
  • Жыйын жилғыуар (иҫерек, ғибрәт) – йыйын ялҡау, эшһеҙ

Нығынған һүҙбәйләнештәр:

  • Женемде сығаралар (ҡуҙғыталар), женемә тейәләр – йәнемде көйҙөрәләр
  • Жите ятып бер төшөмә кермәй – иҫемә лә төшмәй
  • Һыйғыр сыбыҡ менән жарыу – сыбыҡлау, ярыу, тыңламаған өсөн язалау
  • Жил тирмән (ҡарсыҡ) – артыҡ шәп, ҡыҫылмаған ере юҡ тигәнде аңлата
  • Жил тирмәне – ел тирмәне

“Ж” тигәндән: “ер” һүҙе, мәҫәлән, “жир” тип әйтелмәй:

  • Ерҙе юҡҡа үпкәләй – юҡҡа-бушҡа үпкәләй
  • Ерҙе юҡты һөйҙәй – булмағанды һөйләй, теленә ни килһә, шуны һөйләй
  • Теле һыңар балаҡҡа һыйғыһыҙ – күп һөйләүсе, аштырып-шаштырып ебәреүсе кеше хаҡында шулай тиҙәр
  • Бөтәүҙе - төштө(нө) юҡҡа сығарған – бөтөн һәм тотошто әрәм иткәндә, юҡҡа сығарғанда, ризаһыҙлыҡ менән әйтелә (киҫкеләп ташлағанда, юғалтҡанда)
  • Иҫәргә дим бир ике ҡулына суҡмар бир – ниндәйҙер маҡтауһыҙ эшкә ҡотортоу

Әҙ, әкрен “ә” менән ҡулланыла, Йоҡаҡ тибеҙ, йоҡа тигән варианты ла ҡулланыла

  • Һүмес – сүмес
  • Зелзәбәр китерә – ҡуҙғыта, ярһыта
  • Күңелһеҙҙәнде – кәйефе китте
  • Күңелдәнде – кәйефе яҡшырҙы
  • Кәптекәй генә (силәк) – ыҡсым, тоторға уңайлы
  • Көпкә – соландың бүленгән, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған, урыны
  • Абҙар – малды төнгөлөккә ябып тота торған һарай
  • Сәүесһеҙ – намыҫһыҙ
  • Мөһәш – кеше менән асылып һөйләшмәгән, әйткәнде көтөп йөрөгән, үҙе белеп эшләмәгән кеше (“М-ө-ө-һәш!”, тип һыйыр ҡыуыуҙы аңлатҡан ымлыҡ һүҙенән түгел микән, әкрен кешене беҙҙә, “һыйыр күк ҡыбырҙай” тип тә әйтәләр )
  • Дерән – арҡыры холоҡло кеше тураһында әйтәләр (урыҫтың “дрянь” тигән һүҙенән микән?)
  • Терәпис – арҡыры, ипкә килтереп булмай торған кеше
  • Ирекһеҙҙәмә – баланы иркенә, теләгенә ҡаршы килеп, көсләп ашатма
  • Ирхеҙҙәп эсерә (күрәһең, әйтелеш бөтөнләй еңгән, яҙғанда ла, шул көйө һаҡларға тура килә, диалект грамматикаһы яғынан ҡараһаң, “ирекһеҙҙәп” тигәне дөрөҫөрәктер) – ҡунаҡ һыйлағанда, араҡыны ҡыҫтап, хуплап эсергән хужа тураһында ыңғай мәғәнәлә (йәнәһе, йомарт!) шулай тип әйтәләр

Һөймәләкте генә – күңелгә яҡын, уҙенә йәлеп итеп торған бала (кеше)

  • Һөймәләкһеҙ – күңелгә ятмай, үҙенән ситләштерә торған бала (кеше)
  • Хөштөмһөҙ – 1) йәмһеҙ, тәбиғәт төҫ бирмәгән кеше хаҡында 2) тышҡы ҡиәфәте ап-аруҡ булһа ла, холҡо әшәке булған кеше хаҡында ла шулай, тип әйтәләр
  • Ап-аруҡ – бынамын тигән, ярайһы уҡ
  • Һемерҙе генә – яратып эсеү йә ашауҙы аңлата
  • Ҡорсота, ҡорсоп китеү – кемделер нимәгәлер ҡотортоу, кемдәндер күреп ҡалғанды эшләп ҡарарға тырышыу
  • Белгән йоҫоҡҡа, белгән йоҫоғоңа – белеп торған көйө.

Р.Ғариповтың “Йәй Башы” тигән шиғырында шундай юлдар бар:

 Ниңә ауыр былай күңелеңә,
Барыһын да белгән йоҫоҡҡа?..

  • Белә-гүрәтә – белеп торған көйө
  • Ҡурып – талдан үрелгән ҙур оҙонса ҡумта - ҡулайлама, ат санаһына нығытылып ҡуйыла (урыҫтың “короб” һүҙенәндер)
  • Оҙонсаҡай – ысын түңәрәк түгел, овал әйбер тураһында һөйләгәндә
  • Сатаҡай – саталы, ботаҡлы
  • Серәш, серәште бит – 1)арҡыры кеше,2) ни алға ни артҡа китмәгән мал тураһында әйткәндә
  • Биҙрәтте, биҙрәп ҡалдым (киттем) – ҡаңғыртты, ялҡытты, арытты
  • Тапырыҡ – тығыҙ, тар урын тураһында әйткәндә (мәҫәлән, “тапырыҡ бүлмәлә йәшәү ялҡытты”)
  • Аҡыс–күкес (ҡарай) – яратмау, риза булмау, хатта күрә алмау билдәһе
  • Оронсоҡ – ҡамасаулаған кеше, әйбер, йөк
  • Тирҫегән – күҙ ҡабағы шешеү, арпа сығыу
  • (Ҡулы, аяғы) суғырмаҡталған –1) күп эшләүҙән ҡулдың ҡытыршыланыуы, һөйәлләнеүе,2)ҡайын ағасында ла суғырмаҡ була
  • (Танауҙың) киншереге – танау тишектәрен ике яҡлап ҡаплап торған тире –ит (киншереге киң)
  • Йыртандап – ҡушмаһалар ҙа, ярамһаҡланғандай, нимәгәлер ҡыҫылырға, эшләргә атлығып тороу
  • Әләйһәң – улай булғас
  • Баҫтыға, баҫтығып уяна – төш күреп, нимәнәндер ҡурҡып, йоҡо аралаш ҡысҡырып, уяныу
  • Иләүһерәп килеп торҙо – йоҡоһонан уяныр -уянмаҫ килеп тороу
  • Хишараты әйҙәнгән – ҡарағыһыҙ, ҡурҡыныс, йәмһеҙ булып үҙгәргән
  • Хишарат булып (йәшәй) – бысраҡ, йыйыштырмай йәшәгән, булдыҡһыҙ кешене ғәйепләп әйтелә
  • Шараҡтатып яуҙы – ҡойоп яуған ямғырҙы әйтәләр
  • Шыпрахош – бер нәмәһеҙ тороп ҡалыу (бур төшһә, донъяһын эсеп туҙҙырған кеше хаҡында һөйләгәндә)
  • Күлпелтеп – 1) ашты һәйбәт итеп, еренә еткереп бешергәндә 2) яңы һауылған һөт хаҡында ла шулай тип әйтәләр
  • Һылталана – кемгәлер, нимәгәлер япһарыу
  • Ыңғырсаҡ – ат егеү ҡаралдыһы (һыбай ултырғанда, аяҡты терәп йөрөр өсөн хеҙмәт иткән ҡулайлама)
  • Хәсис – яман, дошман
  • Ҡымшанмай ҙа – иҫе лә китмәй, уйында ла юҡ
  • Аңшайған – иҫе китеп тик тора

Беҙҙең яҡта, меңлеләр кеүек үк , йыш ҡулланылмаһа ла, “ҫ” осрап ҡуя:

  • Ҫепертке, ҫантый, ҫипкелде, ҫейҙек, ҫаҫыҡ,
  • Ҫуйған да ҡаплаған – бала атаһына ныҡ оҡшаһа, мәҫәлән, шулай тиҙәр
  • Ҫалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыра – ҡалтайта, үҙенә кәрәкле нимәне эшләтер өсөн, кешене маҡтап юлын таба
  • Ҫикерәндәк – кәрәк-кәрәкмгәнгә ҡыҫылып, һүҙ ишетеп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә
  • Тырма-һәнәк ҫайғау башында ята.
  • Ҫаҙҙыҡ - һаҙлыҡ

“Ҫ” өнөн ҡыҫтырып һөйләшеү — хәҙер юғала барған күренеш. Сөнки мәктәптә уҡыған әҙәби тел тәьҫирендә үҫкән быуындар уны белмәй ҙә хәҙер. “Ҫ” ҡыҫтырып ебәреү ниндәйҙер кире һыҙаттан көлөп, ирония менән әйткәндә, йышыраҡ осрай.

23 декабрь 2012 йыл (йәкшәмбе)

  • Ығырмау – төрлө төҫтәге ептәрҙән ишелеп, ике яғынан да осо суҡланып торған, ир балалар, ир-егеттәр күлдәге яғаһының остарына нығытылып ҡуйылған әйбер, еңгәләр тәнәйҙәренә бүләк итә торғайны
  • Тәнәй – ағаһының кәләше ҡәйнешен шулай тип йөрөтә
  • Балдыҙ – еҙнә кеше ҡатынының ҡустыһын да (энеһен дә), һеңлеһен дә шулай тип атай
  • Иркәм – бер туған ҡустыһына ла (энеһенә,знекәшенә), бер туған һеңлеһенә лә апаһы ла, ағаһы ла шулай тип өндәшә. Ғөмүмән, үҙеңдән йәш һәр кешенгә лә шулай өндәшелә
  • Һаптысай – кәстрүл йәиһә һаплы һауыт-һаба (Мәстүрә ҡәртнәйем шулай ти торғайны)
  • Ойпаланып бөткән, ойпалап бөтөргәнһең – күренеше йәмһеҙ, бөгәрләнеп, ҡарағыһыҙ булып бөткән әйбер
  • Олоғара бер эш (бер һүҙ) итеп һөйҙәй – бик етди, яуаплы эш кеүек итеп һөйләй
  • Һерәндәмә, һерәндәргә, тиһәң, һине ҡуш – гел күренергә, иғтибар үҙәгендә йөрөргә т атлығып тторған кешегә киҫәтеү һүҙе
  • Утыҡҡан – йәш мал, бәпкә тураһында, үҫә башлаһа, шулай тиҙәр
  • Наҡыҫ – 1) аҙ миҡдарҙа булыу (аҡса аҙайһа),2) күлдәк ҡыҫҡа булһа, шулай тиҙәр
  • Орғасы – инә мал (һарыҡ бәрәсе)
  • Бәрәкәй – һарыҡ, кәзә бәрәсе
  • Ҡолоҡай – аттың ҡолоно
  • Ҡытай (тағыу) – эре гәрәбәнән йәиһә башҡа таштан епкә теҙелеп эшләнгән муйынса
  • Алъябыу - алъяпҡыс
  • Элгәре йыл – (өлгәрейыл) ике йыл элек, өсөнсө йыл
  • Элгәре көн (өлгәрегөн) – ике көн элек, өсөнсө көн
  • Темекҫенеп йөрөү – нимәлер табыу ниәте менән, соҡсоноп, эҙләнеп, йөрөүсе кеше хаҡында, алғыш һүҙ түгел инде
  • Ишек келәһе – ишек биге, ишекте эстән йә тыштан бикләп ҡуйыу ҡулайламаһы
  • Күгән – ишек яңағына нығытылған тишекле тимер, ишекте тыштан бикләгәндә, келәне кейҙереп, күгәнгә йоҙаҡ эленә һәм асҡыс менән бикләнә
  • Сергетүш (күк) иткән – бик бысранған әйбер хаҡында әйтәләр (ә ат өҫтөнә ябыр өсөн йөрөтөлгән әйберҙе шулай тип атағандары онотолған)
  • Септә – йүкә һалабашынан үрелгән, туҡылған ҡулайлама, уны ла, ат тирләһә, ябалар, ишек алдына, аяҡ аҫтына йәйәләр
  • Һыйғыр (шыйғыр) сыбыҡ – тал сыбығын ишек ҡашына элеп ҡуйғандар: “тәртип” өсөн
  • Кәсир бысаҡ – элек буятылмаған иҙәнде һап-һары итеп ҡырып, эҫе һыуға һалабаш йыуғысты манып, һыҙырып, йыуып сығара ине уңған ҡатындар
  • Сауыл, сауылдыҡ – ҡат ҡайын, ҡайынлыҡ
  • Араптай итеп утыртып ҡуйғанһың – урынды күп алған әйбер хаҡында
  • Арабалай (аравалай) – 1) килбәтһеҙ ҙур, тау ише әйбер,2) кәүҙәгә ҙур кеше
  • Абалап сыҡты – 1) эт өрөп сыҡты, 2) әрләшергә яратҡан кеше хаҡында ла шулай тиҙәр
  • Индек – кәртәләп алынған урынға, кереп-сығып йөрөр өсөн, ҡулайлаштырылған алынмалы кәртәлек
  • Ҡомарҙанып (яратыу) – бирелеп китеп, бар хис-тойғоһо менән
  • Муйынсаҡ – 1) яңы тыуған быҙауға сепрәктән, ҡорамалап, муйынына тағыр өсөн тегелгән әйбер, 2) этте сипләп ҡуйғанда, муйынына кейҙерелгән ҡайыш ҡулайлама
  • (Этте) сиптәп ҡуйыу – ҡулсалы тимер өҙөктәрен тоташтырып эшләнгән сип-бау (урыҫтың “цепь” һүҙенәндер
  • Ҡоршау һуҡмағандар ҙа ( нһб.) – берәү ҙә тыймаған, рөхсәт алыу кәрәкмәй
  • Бумала - йүкә ҡайырынан һыҙырылған һалабашты, өлөштәргә бүлеп, бөкләп, бер нисә урындан ыҡсым итеп бәйләп, өй аҡлау өсөн эшләнгән ҡулайлама
  • Туҡмаҡ – элек керҙе йылға буйында сайҡағанда, яҫы ағас ярҡаһынан эшләнгән һаплы ҡулайлама ярҙамында, әйләндереп-тулғандырып, һабынын (һелтеһен) сығарыу өсөн, туҡмай торғайныҡ
  • Һелте – кер йыуғанда, мунсала йыуынғанда, һабын урынына тотонолған, көлгә йылы һыу һалып эшләнгән, төнәтмә (урыҫса: щёлочь)
  • Моса төшөр кәрәк – “мунса инер кәрәк” тигән һүҙ, мунса тигәнде “моса” тиҙәр
  • Ҡашыяҡ йыуа – һауыт-һаба йыуа

Донъя булғас, ҡашыяҡ-һауыт шылтырамай тормай инде – төрлө сағы була донъя көткәндә (нһб.)

  • Шай, шикелде – шикелле
  • Һыйыҡ – шыйыҡ (“Өйө бейек – үрәһе һыйыҡ” тип иҫәпсел, һаран кеше хаҡында әйтәләр)
  • Үрә – өйрә (бәләкәй саҡта мин һөт үрәһен ярата инем)
  • Аймылыша – яңылыша, өлкәнәйгән кеше, сир аяҡтан йыҡһа, күп нәмәне аңламай башлай
  • Һайҙана – элек, аслыҡ йылдарында, ағыулы башаҡ йә мәшкәк ашап, аңдары томаланып, иҫтәре яңылышып киткән осраҡта әйткәндәр
  • Мәшкәк – бәшмәкте ҡәртнәйҙәр (кәтәй) шулай тиине элек
  • Хәс тә, хас та – нәҡ, кеүек.

Р. Ғариповтың шиғырҙарында осрай был һүҙ:

 Хас та ошо ташландыҡ өй хәҙер -
Һин ҡыйратып киткән күңелем.

(“Емерек өй”)

  • Мат итә – интектерә, ҡаңғырта, маҙаһыҙлай
  • Хәштрүше әйҙәнгән – ҡотһоҙланған,йәме киткән
  • Килеп утырам (килевутрам) - “килә ятам”, тиҙәр көньяҡ башҡорттары
  • Ҡапҡорһаҡ - эсе күпкәк, күп ашарға яратҡан кеше
  • Бухмантай - йыуантыҡ, йомороҡас баланы, яратып, шулай тиҙәр
  • Оңҡот - бер нимәһе юҡ, хәйерсе
  • Этекәш, өшөкәс - һыу ингәндә, һалҡын һыуға ингәндә, шулай тибеҙ
  • Ытырғанып - сикәнеп, сирҡанып
  • Ҡорғаҡһыған - 1) ныҡ һыуһаған кеше, 2) ағас мискәнең һыуы бөтөп ултырһа, гөлдәргә оҙаҡ һыу һибелмәһә
  • Ҡырталашып - ныҡышмалы рәүештә маҡсатҡа ирешеү, көс-хәл менән, әрһеҙләшеп
  • Кәкүркә - сөсө ҡамырҙан, йомшаҡ ҡына баҫып, ҡамыр “арҡан”ды өс-дүрт урап, бөкләп,уртанан бер осон килтереп сығарып, матур биҙәкле күмәс яһау
  • Һыу буръяҡланыу - болғаныу
  • Лыҡаян иҫерек (лаяҡыл) - аяғында баҫып тормаҫлыҡ дәрәжәлә
  • Татылдап тора - теле телгә йоҡмай, һүҙ әйтергә лә бирмәй
  • Мөрхәтһенмәй - риза түгел
  • Лыпын - ҡуҙғатырлыҡ түгел
  • Лупыш - килбәтһеҙ, артыҡ йыуан
  • Йолонғоһоҙ - бер нәмәһеҙ тороп ҡалыу, фәҡирлек
  • Тәмәйтә, тәмәйткән - ниндәйҙер бер тәм кергән, еҫләнгән
  • Инселәйем - бағышлайым, тәғәйенләйем.

Р. Ғариповтың “Дуҫтарға” шиғырынан:

  Илгә инселәнгән изге көстө
Һаҡлашайыҡ бергә ап-айыҡ!..

  • Тәйән, тейән - гелән
  • Һөттөгән - һөтлөгән сәскәһе. Р. Ғариповтың һуғыш йылдарына бағышланған “Һөтлөгәндәр” тигән шиғыры бар
  • Көсәнде - асырғаланып, бар көсөнә, тырышты.

Р. Ғариповтың “Бала саҡтың сәмле уйыны…” тигән шиғырында, был һүҙҙе аңламау сәбәпле, хата ебәргәндәр: Һин алырһың бер көн әсәмде, Ағыуларһың күңел кәсәмде, Алырым ҡош мәңге көсөңдөң.

 Тик бирмәм мин телен сәсәндең!
Типә- тиң - бер тигеҙ.

Төҙәтһәк:

 Алырым ҡош, мәңге көсәндең,
Тик бирмәм мин телен сәсәндең!

Р.Ғарипов:

Минең уйым - Минең донъяла.
Ул балалар иле менән типә - тиң…
Әләкләшә - үсекләшә.

Р. Ғарипов “Ямғыр йыры”:

Күк күкрәй, Ер терәй,
Хәс йәшенде әләкләп

.

  • Ниргә - ағас өйҙөң теҙелгән бүрәнәләре (беҙҙең яҡта өйҙәр 14 ниргәнән тора, тимәк, 64 буй бүрәнә кәрәк).

Р. Ғарипов “Алтмыш йәшең менән…”:

Һин түшәгән нигеҙ таштарына
Өп-өр яңы ниргә һалырбыҙ!..

  • Тупыс бармаҡ - ызғарланған ( киҫелгән,ҡыҫҡарған )
  • Ызғарланыу - нидәйҙер яра алыу, төҙәлмәҫлек йөй ҡалырлыҡ, имгәнеү
  • Билендәтеп ҡуйма атты - әгәр ат нимәнәндер ҡурҡһа, сәбәләнә (билендәй), алып ҡасыу ҡурҡынысы тыуа