Тәмәке тартҡың килһә – имбир сәйнә

Викидәреслек проектынан

Тәмәкене ташларға теләүселәр имбир менән дуҫлашһын.

Ул витаминдар, микроэлементтар, эфир майҙарына бай. Тәмәке тартҡығыҙ килһә, имбир ҡабығыҙ. Ул кәнфит һурыуға ҡарағанда күпкә файҙалы булыр. Бынан тыш, имбирле эсемлек әҙерләргә лә була. Уртаса ҙурлыҡтағы үҫемлек тамырын ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә, шуға бер лимон һуты һәм 100 мл ҡайнар һыу ҡушығыҙ. 1 балғалаҡ бал да өҫтәргә мөмкин. Һыуҙы көн дауамында аҙ - аҙлап эсергә кәрәк. Шифалы эсемлек иммунитетығыҙҙы ла күтәрер, токсиндарҙы ла сығарыр, никотинға тартылыуҙы еңергә лә ярҙам итер.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]