Тәртешкә менән көл-күмер йыйыу (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Оло аҙбарҙан кесе аҙбарға
Һөштөр-һөштөр һөҙөштөр. - Оло аҙбарҙан кесе аҙбарға таш түгелә.
- Оло ҡапҡанан бәләкәй ҡапҡаға прр-рриин.
- Ҡара атым мендем,
Янған утҡа индем,
Уңға тарттым, һулға тарттым,
Урыныма инеп яттым. - Ҡара айғырым өйөр ҡыуа,
Өйөр менән аҙбар тула. - Бәләкәй генә тимер тырма
Бөтөн көтөүҙе ҡыуа.